+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июнь 2021, 15:28

КОНКУРС! “Башҡортостан – гүзәл илем!”

Сәйәхәт итергә яратыусы дуҫтарыбыҙҙы тәьҫораттары менән бүлешергә саҡырып, “Аманат” журналы редакцияһы “Башҡортостан – гүзәл илем!” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә. Сағыу фотолар менән байытылған яҙмаларығыҙҙы, #конкурс_сәйәхәтаманат хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ.

Түҙемһеҙлек менән көтөп алған каникулыбыҙҙың уйындар уйнап, хәтфә ялан-ҡырҙар гиҙеп, еләк-емеш йыйып, йылға буйҙарында рәхәтләнеп, ҡыҙынып, һыу инеп, ҡоштар моңон тыңлап һәм дә мәңге хәтерҙә ҡалыр сәйәхәт ҡылып, был йәйебеҙ ҙә иҫ киткес күңелле үтеп китеүенә һис тә шигебеҙ юҡ.
Белеүебеҙсә, тыуып үҫкән Башҡортостаныбыҙ ял һәм сәйәхәт итеү өсөн иҫтәлекле урындарға, тәбиғәт ҡомартҡыларына ифрат та бай, һоҡланғыс ил. “Аманат” журналы уҡыусылары араһында ла ошо матурлыҡтан илһам алып, сәйәхәт итергә яратыусы дуҫтарыбыҙ ғәләмәт күптер тигән фекерҙәбеҙ.
Сәйәхәт итергә яратыусы дуҫтарыбыҙҙы тәьҫораттары менән бүлешергә саҡырып, “Аманат” журналы редакцияһы “Башҡортостан – гүзәл илем!” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә. Сағыу фотолар менән байытылған яҙмаларығыҙҙы, #конкурс_сәйәхәтаманат хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ.
Был сәйәхәт тураһында яҙмаларығыҙҙа республикабыҙҙың биләмәләрендә төшөрөлгән фотолар булыуы шарт (әллә ҡайҙарҙағы сит диңгеҙ буйҙарында, йәки Ҡафтауы арттарында булмаһын ине).
Сентябрь айында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр (I, II, III урындар) “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре менән бүләкләнәсәк.
Балалар! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп, ғәзиз еребеҙҙе өйрәнәйек, тыуған илебеҙ Башҡортостан буйлап сәйәхәттәр ҡылайыҡ!
Тәбиғәттә булғанда үҙебеҙҙән һуң сүп-сар ҡалдырмайыҡ. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтен бысратмайыҡ, матурлыҡтың ҡәҙерен беләйек!
“Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас: