+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июнь 2021, 09:38

Салауат Юлаевтың шиғырҙары

Ҡайтыр инем тыуған илемә,Ҡарҙар яуған минең юлыма.Ҡарҙар яумаған, ай, юлыма...

Тыуған илем
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым.

Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә,
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, -

Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.
ххх
Ҡайтыр инем тыуған илемә,
Ҡарҙар яуған минең юлыма.
Ҡарҙар яумаған, ай, юлыма,
Дусар булдым дошман ҡулына.
ххх
Һауаларҙа осҡан ағуна,
Ҡанаттары талып, ҡағына.
Мин киткәнгә ҡайғырмағыҙ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла.
ххх
Егеткә

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!
ххх
Иҫтәремдән сыҡмай Уралҡайым,
Шишмәләре, сәхрә, туғайы.
Йәннәт төҫөн биргән сәскәләре,
Һандуғастай моңло ҡурайы.
хххх
Ҡая ташҡа ҡарап уҡ аттым,
Ыласын ғына ҡошто ҡолаттым.
Таң алдынан һылыу Зөләйханы
Йоҡоһонан йырлап уяттым
хххх
Зөләйха
Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.

Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.

Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе

Мин бахыр һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,
Әйтә алмайынса һүҙҙәремде, баш эйәм.

Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.

Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.
ххх
Читайте нас: