+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2021, 14:02

Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыласаҡ

VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыла.

6 июлдә Йылҡысыҡҡан күле янында ойошторолған тантаналы сарала ошо көндәрҙә Көнсығыш фестиваль округында сығыш яһаған делегацияның бер өлөшө ҡатнаша (Әбйәлил, Бөрйән райондары, Учалы, Сибай, Белорет ҡалалары).
Республика ҡунаҡтары һәм тамашасылар өсөн башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫы, эпостары менән таныштырған ҡыҫҡа программа тәҡдим ителә. Тантана Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң концерты менән тамамлана.
Әлеге ваҡытта был – башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә берҙән-бер һәйкәл. Эпоста һүрәтләнгәнсә, толпар көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы. Һәйкәл Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Авторы — танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге биш, аттың бейеклеге – 3,5 метр.
«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында тора.
Читайте нас: