+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2021, 16:06

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов: “Вакцинанан баш тартыу – илебеҙгә тәрән иҡтисади һәм социаль кризис менән янай”

Тирә-йүндә тажзәхмәттең өсөнсө тулҡыны янаған мәлдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов республика халҡын күмәкләшеп, вакцинация үтергә саҡырҙы. Уның фекеренсә, прививканан баш тартыу – бөтөн кеше өсөн дә кире тәьҫир итә.

“Әгәр ҙә прививка эшләтмәһәк, кемдер үләсәк, кемдер, сирләп, һаулығына ауыр эҙемтәләр аласаҡ. Кемделер ауырыу ситләп үткәндә, вирусҡа бирешмәүсәндәргә ҡыуанырға иртә. Сөнки халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшөн юғалтҡан хәлдә тәрән иҡтисади һәм социаль кризис башланасаҡ. Ул вирустан да ҡурҡынысыраҡ хәлдәр килтереп тыуҙырасаҡ. Был сағында бер кемгә лә яҡшы булмаясаҡ,” – тип яҙҙы парламентарий социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәләрендә.
Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, прививка – кешенең үҙ ихтыярында. Кемдеңдең прививка эшләтмәҫкә хоҡуғы бар икән, башҡаларҙың ауырыу йоҡтормаҫҡа ла хоҡуғы бар бит, –тип тә өҫтәгән.
“Бәлки, һеҙ ауырыуҙың билдәләрен тоймайһығыҙҙалыр, әммә ләкин һеҙ ауырыу йоҡтороусы булыуығыҙ ихтимал. Ауырыуҙы йоҡтораһығыҙ, шуның менән ауырыуға һиҙгер башҡа кешеләрҙе үлемесле ауырыуға дусар итәһегеҙ. Битлек режимы үтәлмәй тиерлек. Йәнә, битлекте һаҡланған кеше түгел, ә ауырыу йоҡтороусы кеше беренсе сиратта кейергә тейеш. Йәмәғәт урындарында, магазиндарҙа бөтөнөһө лә битлекһеҙ йөрөй” – тине парламенттың вице-спикеры.
“Бөтөн донъяла тажзәхмәт буйынса вакцинация статистикаһын анализлап былай тине:рейтингтың лидерҙары булып Сейшел утрауҙары (халҡы 72 процент прививка яһатҡан), Берләшкән ғәрәп әмирлектәре (66 процент), Рәсәй Әзербайжан менән Македонияның уртаһында 69-сы урында. Беҙҙең илдә дөйөм 9 процент халыҡ прививка яһатҡан.
Медицина үҫешмәгән, үҙ вакциналары булмаған Африка һәм Латин Америкаһының башҡа илдәре беҙгә ҡарағанда вакцинациялауҙың юғары кимәлен күрһәтә. Сөнки унда халыҡ аңлыраҡ. Беҙҙә бит күптәр үҙенең, эргә-тирәләгеләрҙең һаулығына вайымһыҙлыҡ күрһәтә.
Һәр кемдең һаулығы, миллион ғүмерҙәр һәм илебеҙҙең киләсәге ҡыл өҫтөндә. Киләсәгебеҙ ҙә беҙҙең аңлыраҡ булыуыбыҙға бәйле. Өсөнсө тулҡын көслө, үлем осраҡтары ла юғары. Мәскәүҙә хәл ҡатмарлы, ул беҙгә лә тәгәрәй. Прививка яһатырға кәрәк.”
Читайте нас: