+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2021, 13:38

Үҙегеҙҙе әрәм-шәрәм итмәгеҙ!

– Малайҙар килгән, көтөп торалар, әйҙә, сыҡтыҡ, – Аля ипләп кенә көлдө. – Көткөстәре самалы, ахыры, шылтыратып бер булдылар, телефонымды смс-хәбәрҙәр менән тултырҙылар.– Вожатыйҙар йоҡланымы икән? – карауатты шығырлатмаҫҡа тырышып торған ыңғайы Мәликә борсолдо. – Тотолоп ҡуймаһаҡ ярар ине.

– Һин йоҡланыңмы әллә? – Аляның тауышы уйға сумған Мәликәне һиҫкәндерҙе.
– Юҡсы, – тертләгәненә уңайһыҙланды.
– Малайҙар килгән, көтөп торалар, әйҙә, сыҡтыҡ, – Аля ипләп кенә көлдө. – Көткөстәре самалы, ахыры, шылтыратып бер булдылар, телефонымды смс-хәбәрҙәр менән тултырҙылар.
– Вожатыйҙар йоҡланымы икән? – карауатты шығырлатмаҫҡа тырышып торған ыңғайы Мәликә борсолдо. – Тотолоп ҡуймаһаҡ ярар ине.
– Һи-и, улар күптән әүен баҙарына киткәндәрҙер әле. Йоҡламаһалар ҙа уларҙа беҙҙең ҡайғы тиһеңме, ултыраларҙыр күңел асып, – уй, ошо Аляның бер туҡтауһыҙ шырҡылдап көлөп барыуы! Хәҙер бөтәһен дә уята инде. Уятһа ла, һис аптырап тормаҫ, көлөр, көлөр ҙә, кире ятыр ҙа йоҡлар. Ә Мәликә ул арала үҙен-үҙе ашап бөтөр.
Балалар ял лагерында ғына танышты улар. Мәликә ауыл ҡыҙы, баҫалҡы, тыйнаҡ, уйсан. Бәләкәстән йыуантығыраҡ үҙе, ҡарағусҡыл йөҙөнән балалығы сығып бөтмәгән. Аля иһә ҡалала үҫкән – үтеп сығып бара, көләкәс, һомғол, бик һылыу, еткән ҡыҙҙай күренә, ун өс йәшлек, тип уйламаҫһың да. Килеп урынлашҡан көндән үк һүҙҙәре беректе. Дөрөҫөрәге Аля хәбәр тетте, ә Мәликә һирәк-һаяҡ һүҙ ҡыҫтырып, башын һелкеп, яңы әхирәтен йотлоғоп тыңланы. Ҡала ҡыҙы йыл һайын ата-әсәһе менән сит илгә лә барып, икешәр смена балалар лагерҙарында ла ял итеп өйрәнгән, күрмәгән, белмәгән нәмәһе юҡ. Ҡыҙыҡ итеп, тәмләп һөйләргә лә ярата. Ә Мәликә тәүгә лагерға килгән. Ошоғаса йыл да йәй буйына, бушамай, әсәһенә ҡош-ҡорт, мал-тыуар, игеҙәк һеңле-ҡустыһын ҡарашты, еләк-емеш йыйҙы, бесәнгә йөрөнө. Өләсәһе: “Баланан хеҙмәтсе яһағанһың, ул бахырға ал да юҡ, ял да юҡ, аҙбар, тиҙәктән башҡа бер ни күрмәй үҫә”, – тип килененә ҡаты ғына орошоп әйтмәһә, быйыл да путевка юллаусы булмаҫ ине.
Әсәһе, өләсәһе әйтмешләй, йоҡо мискәһе шул, иртән тороп һыйыр һауыу ҙа – уның өсөн яза. Ҡыҙын уята. Мәликә һис бер һүҙһеҙ кейенә лә, күнәк алып, сығып китә. Ун бер йәштән шулай һыйыр һауа. Элек бәләкәстәр төндә мыжыһа ла Мәликә ултыра торғайны, күҙе йомолоп-йомолоп, ҙур бишек бәүетеп. Шөкөр, улары үҫте, аяҡ аҫтында буталып йөрөргә генә эшкинәләр. Матурҡастар көйҙөрәләр ҙә, һөйҙөрәләр ҙә. Икенсе атайҙан булһалар ҙа, апай ҙа апай, тип, инеп барған игеҙәктәрҙе ярата Мәликә.
Үҙ атаһының да башҡа ғаилә ҡороуына биш былтыр. Атаһы әллә ни ҡыҙы менән ҡыҙыҡһынмаһа ла, уның әсәһе ейәнсәрен ташламаны. Өләсәһе тас үҙем бит һин, тип, ҡараштарын нурландырып, яратып ҡарап, боронғо көмөш беләҙектәр, балдаҡтар тағылған йомшаҡ ҡулдары менән арҡаһынан тупылдатып һөйһә, Мәликәнең уны ярһып ҡосаҡлағыһы килә. Тик баҫалҡылығы менән ҡыймай, оялсан йылмая ла, һөйөүен эсенә йомоп, өләсәһенең иҙәндәрен һыпырып йыуып сығара, һыуға елдереп барып килә. Һуңынан өләсәһе менән бергә ултырып сәй эсәләр. Ҡабарып ҡына бешкән йыуасаһын, эсеп туйғыһыҙ ҡуйы һөтлө сәйен һағынып ята ине әле лә, юрған аҫтында телефондан шыбырлап һөйләшеп, шырҡ та шырҡ килгән Аля тауыш биргәнгә тиклем.
Үткер Аля беренсе көндө үк кисен Мәликәнең янында ятҡан ҡыҙ менән урындарын алышты, хәҙер карауаттары ла йәнәш кенә. “Малайҙар” тигәне – үтә лә фырт Вадим менән Руслан. Улар икенсе отрядтан, күрше корпуста йәшәйҙәр. Ашханаға барған, һыу төшкән һайын улар Аляға күҙ атып йөрөп-йөрөп, бөгөн телефон номерын алып, Вадимы “свидание”ға саҡырған. Ике йәшкә өлкән малайҙарҙың иғтибарынан иреп, айырыуса күңелләнеп киткән Аля Мәликәгә:
– Минең менән иптәшкә сыҡ инде, – тип инәлгәс, әхирәтенең үтенесен кире ҡаға алманы. Ҡурҡыу ҙа, тулҡынланыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ҙа күңелен дөрләтте, аяҡ-ҡулдарын дерелдәтте. Вадимға иптәшкә Руслан киләсәк, тине бит Аля. Ә Руслан шундай оҡшай ҡыҙға. Был турала ул уйларға ла ояла, әммә уйламайым, тигән һайын, уйҙары үҙенән-үҙе ҡала малайына бара ла төртөлә.
Бер ни белмәй йоҡлаған бүлмәләш ҡыҙҙарҙы уятмаҫҡа тырышып, асылмалы тәҙрәнән сығып, һуҡмаҡ буйындағы ҡыуаҡлыҡҡа һыпырттылар. Уларҙың килгәнен ишеткән егеттәр йомшаҡ үләндә һуҙылып ятҡан ерҙәренән ҡалҡынды:
– Ҡыҙҙар, беҙ бында!
Барып етеү менән Вадим Аляны ҡулынан эләктереп алды ла кер йыуыу бинаһы яғына әйҙәне:
– Унда ышығыраҡ, ҡараңғыраҡ.
Русланға күҙ ҡыҫты:
– Һеҙ ҙә ваҡытты әрәм итмәгеҙ.
Мәликә Русландың да Вадим менән Аля артынан өҙөлөп ҡарап ҡалыуын аңғарҙы. Бынағайыш, әле генә күк йөҙө шау йондоҙға күмелгән кеүек ине ләһә, ҡайһы арала бар тирә-яҡ тоноҡланды? Мәликә күңелһеҙләнеүенән, һис бер ғәйепһеҙ ҡыуаҡтың ботаҡсаһын һындырып, япраҡтарын өҙгөсләргә кереште.
– Аля ҡайһы урамда йәшәй? – Руслан һаман күҙҙәрен кер йыуыу бинаһы яғынан алманы.
– Белмәйем, – ысынлап белмәй ине Мәликә.
– Әхирәттәр түгелме ни һеҙ? – егет көлөмһөрәне, ниһайәт, уға ҡараны, – Әллә әйткең килмәйме?
– Стадион яғында булһа кәрәк, сөнки тәҙрәмдән футбол яланы күренә, тигәйне.
– Тимәк, Киров урамында, – Руслан ҡыуанды, буғай. – Минән әллә ни йыраҡ та түгел.
Артабан шымып торҙолар. Мәликә икенсе ботаҡты ботарларға үрелде. Дуҫы киткән яҡҡа үрелеп ҡараған үҫмер сыртлатып ергә төкөрҙө.
– Үбешәләр инде әллә... – йәне көйҙө. Мәликәгә йонсоп ҡына өндәште:
– Әйҙә, беҙ ҙә тик тормайыҡ, үбешәйек булмаһа.
Кинәт талпынды ҡыҙыҡай һәм шунда уҡ ҡойолоп төштө: үбешергә! Иҫерткес һүҙҙәрҙән тәнен ут-ялҡын ялмап алды. Өләсәһенең һүҙҙәре иҫенә төштө: “Олатайың мине тәүге тапҡыр үпкәндә, бәхетемдән иҫемде юғалтып ауҙым”. “Мин дә хәҙер ҡоламаһам ярар ине”, – тип, Мәликә янған ҡолаҡтарын усы менән ҡапланы. Ауырып киткән өләсәһенә ҡунырға барған шул төндә ҡәҙерле кешеһе, шешкән тубыҡтарына камфара майын һылай-һылай, асылып китеп, бала сағына, йәшлегенә әйләнеп ҡайтып, оҙаҡ­ҡына хәтирәләр йомғағын һүтеп, таратып ултырғайны:
– Һиңә лә, ҡыҙым, минең кеүек, берҙән-береңде осратып, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә насип итһен. Олатайың менән танышҡанда икебеҙгә лә ун бишәр йәш ине. Ул йылды беҙ, әллә нисәмә ауылдан йыйылған йәш-елкенсәк, Атбил яғында колхозға бесән сабып яттыҡ. Көнө буйы ауыр эштә эшләһәк тә, арыу-талыуҙы белмәй, таңғаса тиерлек усаҡ тирәләй уйнайбыҙ, йырлашып-бейешәбеҙ. Ашнаҡсы Гөләйфә әбей, йә етәр инде, йоҡларға ятығыҙ, ул ниндәй көн дә уйын-көлкө, тип тыйып маташҡан була ла, уны тыңлаған әҙәм юҡ. Уҡытыусылар үҙҙәре лә беҙҙең ыңғайға йөрөй. Әле өйләнмәгән йәштәр бит. Олораҡтары иһә өйҙәренә ҡайтып-килеп йөрөнө.
Шунда, бесәндә, ҡыҫығыраҡ күҙле, шырт сәсле, ябыҡ ҡына егеттең миңә күҙ һалғанын тойҙом. Һүҙ ҡатмай, ләкин ике күҙе миндә инде. Ул ҡараған һайын минең йөрәк ҡабына. Шун-н-дай итеп ҡарай, күҙен ала алмай. Хатта бер көндө эҫкерт башында торғанында, миңә ҡарап, онотолоп китеп, аҫтан уға табан осҡан бесәнде алып өлгөрмәй, һәнәге менән ҡуша тәгәрәп килеп төштө. Нисек имгәнмәне, бахырҡайым. Былай ҙа бөтәһе лә беҙгә ҡарап шаярта, төрттөрә башлағайнылар, шул етә ҡалды. Маһи, һин бит беҙҙең алтындай егетте дөмөктөрә яҙҙың, тип күҙҙе лә астырмайҙар. Йомро-йомро йомғағыма тәгәрәп төшөп торам, тип һамаҡлап, уның да теңкәһенә тейәләр…
Ҡайтыр саҡта ғына, ҡыйыулығы етеп, һинең ауылыңа килһәм, тышҡа сығырһыңмы, тип һораны. Бер ни тип тә яуапламаным, ҡыҙарынып-бүртендем дә үҙебеҙҙең арбаға ҡарай йүгерҙем. Артыма боролоп ҡарамаһам да, ҡараштары менән оҙатҡанын белдем. Өс йыл буйы артымдан йөрөнө. Ауыл егеттәренән туҡмалып та ҡайтҡаны булды, ҡышҡы һыуыҡта, матайы боҙолоп, туңа ла яҙҙы, юлдан да осто... Барыбер мине яулауҙан баш тартманы. Ялан сәскәләрен бер ҡосаҡ итеп тә, берәр бөртөк тә килтереп тотторҙо. Кепкаһына иң эре еләктәрҙе йыйып килтерер ине. Унда сейә, муйыл, миләш тәлгәштәре, тиһеңме, көнбағыш... Егеттәр бит ул, яратһалар, иң-иң ҡәҙерле нәмәләрен дә бирергә әҙер. Олатайың да, әсәһенең күҙ ҡараһындай һаҡлаған беләҙеген, нисектер һорап алып, миңә килтереп кейҙерҙе. Шунан бирле сискәнем дә юҡ бүләген. Алда ҙурыраҡ ине, аҙаҡ тап-таман булды, хәҙер ҡыҫып тора, барыбер сискем килмәй.
Ана шул армияға китер көндө үбештек. Уғаса кеше күҙенән ҡасып, саҡ ҡына етәкләшеп йөрөү ҙә бәхет ине. Ҡайнар усы менән ҡулыма ҡағылһа, тәнем буйлап электр тогы үтә... Эй, ғүмер... Әле генә кеүек ине лә баһа... Шулай була ул, ҡыҙым, яратышыу. Хис-тойғоларҙы тәләфләмәй, йөрәктә ҡәҙерләп, оҙаҡ һаҡлап йөрөткәнгә, һөйөү мөлдөрәмә кәсә кеүек тулыша, шуға ла бигерәк танһыҡ була. Һиңә лә, үҙ ишеңде табып, яратырға, яратылырға яҙһын...
“Үҙ ишең”, – тине өләсәһе. Әле янында ваҡыт уҙғарыр өсөн, ни эшләргә белмәгәнлектән генә уның менән үбешергә йыйынған Руслан уның ишеме ни? Юҡ! Яратыу түгел, оҡшатмай ҙа бит ҡала егете уны, Мәликәне. Шулай булғас, нишләп ул, үҙен әрәм-шәрәм итеп, үбешергә тейеш? Был юлы ытырғаныс тойғонан ҡалтыранып ҡуйған Мәликә Русланға асыулы:
– Һин иҫәрме әллә?! – тине лә, кер йыуыу бинаһы яғына шәп-шәп атланы:
– Аля, әйҙә, ҡайттыҡ!
Хафаланып, ҡараңғылыҡтан килеп сыҡҡан Аля менән Вадимды аптыратып, ошоғаса ҡыйыуһыҙ шымыҡай булып күренгән Мәликә, әхирәтенең ҡулынан ышаныслы ҡармап тотоп, һүҙ көрәштерергә урын ҡалдырмай, корпустары яғына тартты:
– Әрәм итмәйек үҙебеҙҙе теләһә кемдәргә. Күңелебеҙҙе яулап алһындар тәүҙә, шунан ҡарарбыҙ.
Читайте нас: