+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2021, 09:50

Шанлы тарихлы Ҡаршындар

Башҡорт халҡының Ҡаршын ырыуы вәкилдәре Кушнарен ерендә йыйынға йыйылды.

Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында башҡорт халҡы ырыуҙары йыйындары дауам итә. Бөгөн сират – Кушнарен еренә. Бәрәкәтле төбәктә Ҡаршын ырыуы вәкилдәре йыйылды. Сарала абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша.
Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, билдәле тарихсылар, ғалимдар бар. Йыйын урындағы кәсепселәрҙең, халыҡ оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә менән йәнләндерелгән, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар ҙа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған, шәжәрәләр төҙөгән. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың тамырҙары ныҡлы, һәр ғәмәлдә тарихи хәҡиҡәт ярылып ята.

Өйрәнәһе мәғлүмәттәр бихисап

Мәғлүм булыуынса, башҡорттар ҡырҡтан ашыу ырыу-араларға бүленгән булған. Рус дәүләте составына ҡушылғандан һуң улар әле оҙаҡ ваҡыт юридик йәһәттән беркетелгән ер биләмәләре менән үҙ аллы волость булараҡ йәшәгән. Улар рәтендә Ҡаршын ырыуы вәкилдәре лә бар.
Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡаршын ҡәбиләһе Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.

Этнограф Р. Ғ. Кузеев үҙенең тикшереүҙәрендә билдәләүенсә, ҡәбилә атамаһы уйғыр телендә “ҡәлғә”, “нығытмалы ҡала” мәғәнәһендә ҡулланылған. Урта Азияла ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килгән күп кенә тораҡ пункттарҙың исемдәрен осратырға була. “Ҡаршын” этнонимын, балыҡсы һәм ирәкте этнонимдарының этимологиялары кеүек, “нығытмалы ҡалаларҙы һаҡлаусылар” һымаҡ аңлатырға мөмкин.

Бер нисә документта “Карашинская волость” атамаһы ла теркәлгән, быны ике өлөштән торған ҡушма һүҙ тип аңлатырға була: Qara “ҡара” (төҫ) + şono (çino) “бүре”. “Ҡаршын” этнонимы шулай уҡ уйғырҙарҙа билдәле.

Ҡәбилә составына ҡәҙрәй-ҡаршын, ҡарға-ҡаршын, сатлыған-ҡаршын (аҡбаш-ҡаршын) аралары инә. Ҡаршындарҙың сығышы һәм тарихы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡәбилә тамғаларының күбеһе ҡыпсаҡ ырыуҙарының тамғаларына тап килә, шулай уҡ ҡаршындарҙа күршеләре дыуан һәм мең ҡәбиләләрендә лә булған “ҡапҡа” тамғаһы ла осрай. 1913 йылда “Шура” журналында Ә. Ә. Вәлидовтың “Бөрйән башҡорттары араһында” мәҡәләһе донъя күргән, унда этнонимда “ар” элементы булыу нигеҙендә, ҡаршындарҙың фин-уғырҙарҙан килеп сығыуы тураһындағы Н. Ф. Катановтың фаразы әйтелә. Этнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, был фараз шикле, әммә фин-уғыр ҡәбиләләре менән ҡатнашыу төрлө нисбәттә бөтә башҡорттарға ла ҡағыла. Рәил Кузеев ҡаршындар ҡыпсаҡ сығышлы йәғни Дешт-и-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләренән сыҡҡан тигән һығымтаға килгән.

Билдәле этнограф Р. З. Янғужин билдәләүенсә, ҡаршындар сығышы менән Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренән булған һәм уларҙың формалашыуына беҙҙең эраның II мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһаған.

Башҡорт ҡаршындарының Ҡасим ханлығында хеҙмәт итеүҙәре теркәлгән. XVIII—XIV быуаттарҙа ҡаршындар Ҡармасан йылғаһы бассейны буйлап таралып ултырған һәм уларҙың биләмәһенә хәҙерге Башҡортостандың Кушнарен, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарының айырым өлөштәре инә. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта — ҡаңлы, төньяҡ-көнсығышта — дыуан, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — мең ҡәбиләләре уларға күрше булған.

Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбилә ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаршын улусын барлыҡҡа килтергән. Ҡаршин улусы ерҙәренә бәйле 1697 һәм 1700 йылдарҙағы грамоталар, 1716 һәм 1718 йылдарҙағы Өфө провинция канцеляриһы выпискалары булыуы билдәле.

Һуңыраҡ Ҡаршын улусы Ырымбур губернаһының Өфө өйәҙе составына кергән, ә 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына ингән. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда, ҡаршындарҙың биләмәләре 7-се (артабан 8-се, 9-сы) башҡорт кантондарына ҡараған. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, 1801 йылда Ҡаршын улусының Сатлыған түбәһендә 33 324 дисәтинә ер булыуы билдәле мәғлүм.

Әлеге ваҡытта ҡаршындарҙың нәҫелдәре Благовар районының Ағарҙы, Күгел; Кушнарен районының Аҡбаш, Мәмәк (Туйсабан, Мрәк), Иҫке Ғүмәр, Түбән Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Үрге Аҡбаш, Шәрип (Ҡаршын), Өфө районының Әсән, Юлыш ауылдары биләмәләрендә йәшәй.

Ҡаршын ырыуынан сыҡҡан билдәле шәхестәр араһында Советтар Союзы Геройы Сәлих Шәйбәк улы Вәлиев, БАССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Мөхәммәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов (1910–2001), Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәриф Хәбибулла улы Солтанов (1913–1998) бар.

Тамырҙарҙы белеү фарыз

Йыйын башланыр алдынан урындағы үҙәк китапхана мөдире Миңзәлә Вәлиева менән әңгәмәләштек. Ул Кушнарен мәҙәниәт йорто бинаһында китапхана, музыкаль мәктәп, ЗАГС, тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡанын, төбәктә үткән һәр сараны бергә, күмәк көс менән матур итеп үткәреүҙәрен бәйән итте.

– Техник йәһәттән заман бик алға китһә лә, китаптарға һөйөү кәмемәй, халыҡ бик теләп йөрөй, төрлө йүнәлешле әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Беҙҙең китапханала уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса берләшкән әүҙемдәрҙең “Өмөт” түңәрәге, умартасылар клубы эшләп килә. Унан тыш Кушнарен районында шиғриәтте, әҙәбиәтте һөйгән рухлы халыҡ йәшәй, ошо күркәм төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәргә хөрмәт йөҙөнән, күркәм әҙәби саралар ойоштороп тора, - тине ул.

Мәмәк ауылында йәшәүсе, урындағы мәҙәниәт усағы хеҙмәткәре Рида Минһажева – Ҡаршын ырыуы ҡыҙы, ул йыйында үҙенең данлыҡлы нәҫеле, тамырҙары, уларға хас үҙенсәлектәр хаҡында әйтеп үтте. Рида ханым өләсәһе, ҡаршын ҡыҙы Нәзирә Ибәкованан ҡалған күҙ яуын алырлыҡ, башҡорт милли биҙәкле алъяпҡыстарҙы һаҡлай, улар быуындан быуынға күсә килә.
– Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында уҡ әсәйем яғынан яҡын ғына туған булған Мөхәмәт Арыҫланов (РСФСР ҙың һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры – автор) менән танышып аралашыу бәхете тейҙе. Ана шул ваҡытта уҡ миндә тамырҙарыма ҡарата иҫ киткес көслө ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ошо йылдар эсендә мин шәжәрәмде төҙөнөм, бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдем. Өләсәйем Нәзирә Ғәләметдин ҡыҙы Ибәкова ғүмер буйы Мәмәктә йәшәне. Ул өйгә сулпыларын сыңлатып килеп инер ине. Оҫта ҡуллы булды. Уның күҙ нурҙарын һалып сиккән, боронғо башҡорт нағышлы алъяпҡыстарын әле лә күҙ ҡараһылай һаҡлайым" – ти Рида Әнүәр ҡыҙы.

Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәр халыҡ тарихында шәжәрәләр ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, бәғзе осраҡта улар иҫ киткес үҙенсәлекле тарихи факттарҙы һаҡлауын билдәләп үтте һәм һәр кемде ата-бабалары менән төптәнерәк ҡыҙыҡһынырға саҡырҙы.

– Һеҙ ҡыҙыҡ өсөн нәҫел-нәсебегеҙ ебен барлап ҡарағыҙ, кемдең кемгә кем булып тура килеүен белешегеҙ. Хәҙер Башархив сайтында тарихи мәлүмәттәрҙе, факттарҙы белеү мөмкинлеге бар: унда ла инеп эҙләгеҙ. Шәжәрәгә бер тотонһаң, был ифрат мауыҡтырғыс ғәмәл, үҙ эсенә алып инеп китә, бер-бер артлы үҙенсәлекле тарихи факттар асыҡлана, ҡараштарың даирәһе киңәйә, рухи күтәренкелек килә, - тине Ғәлим Яҡупов.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин йыйында ҡатнашыусыларҙы башҡорт халҡы тарихының төп үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте, беҙ бик боронғо, көслө халыҡтарҙың береһе булыуыбыҙҙы тағы берҙе билдәләне.

– Ҡаршын ырыуы хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғлүмәттәр әлегә аҙ, ә тарихсыларға был йәһәттән өйрәнәһе мәғлүмәттәр бик күп. Әлеге ваҡытта ҡаршындарҙың тамырҙары тоташҡан, нәҫелдәре йәшәгән бер нисә ауыл бар, улар Кушнарен, Өфө, Благовар райондарында урынлашҡан. Шулай ҙа ҡаршындарҙың төп ерҙәре - тап һеҙҙең төбәктә. Уларҙы берләштереүсе төп ауыл тип һис икеләнеүһеҙ Шәрип ауылын атарға була. Ул данлыҡлы башҡорт старшинаһы, заманына күрә алдынғы ҡарашлы, эшҡыуарлыҡ сифаттары менән дан алған, уңғанлығы, отҡорлоғо, хатта хәйләкәрлеге менән етеш тормош ҡорған, ойоштороу һәләте менән айырылып торған Шәрип Мерәков исемен йөрөтә. Ул ҡаршын ерҙәрендә башҡа ауылдарға нигеҙ ҡороу хоҡуғына эйә булған. Өфөлә ҙур йорт төҙөткән. Заманына күрә был иҫ киткес ҡаҙаныштар. Шул уҡ ваҡытта Шәрип Мерәков кеүек халҡына тоғро старшиналар башҡорт восстаниеларынан һуң халҡыбыҙҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән.

Ҡаршын вәкилдәре хаҡында тарихсылар араһында әле лә икеләнеүҙәр бар. Бәғзеләр уларҙы, шул иҫәптән билдәле этнограф Кузеев та, ҡыпсаҡтарға яҡын тиһә, икенселәр табындарға тартым тип билдәләй. Әлбиттә, быны заман талаптарына ярашлы ДНК анализы тапшырып та белеп була, шулай уҡ архивтарҙағы бик күп тарихи материалдар ҙа өйрәнелмәгән, – тине Салауат Хәмиҙуллин.

Тарихсы Илгиз Солтанморатов та ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, атап әйткәндә, ул тотош донъяға танылған бейеү оҫтаһы, балетмейстр Рудольф Нуриевтың шәжәрәһенә туҡтап үтте, бейеүсенең ғаилә архивындағы фотоларҙы күрһәтте.

Мәғлүм булыуынса, Рудольф Нуриевтың атаһы Хәмит – ҡаршын ырыуы башҡорто, Әсән ауылынан. Ә олатаһы Нуриәхмәт Шәриптән булған. Хәмит Нуриев татар ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнгән, уларҙың өс ҡыҙҙары тыуған. Рудольф – көтөп алынған ир бала – дүртенсе булып донъяға килгән. Ғаиләне белгән кешеләр Хәмит Нуриәхмәт улын талапсан һәм ҡәтғи кеше итеп хәтерләй, бәлки, уның холҡонда хәрби булыуы ла сағылмай ҡалмағандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бала саҡтан бейеүгә мөккибән киткән, һығылмалығы, ижади һәләте менән хайран иткән Рудольфтың ҡыҙыҡһыныуын ҡабул итә алмаған, “бейеү – ирҙәр эше түгел”, тип ҡырт киҫкән. Рудольф Нуриев иҫтәлектәрендә лә атаһы менән уртаҡ тел таба алмауы әсендергәнен билдәләй.

Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Башҡорт тарихы йылын үткәреүҙең төп йүнәлештәрен, үҙенсәлектәрен билдәләп үтте.

Йыйын ҡунағы, Гәрәй ырыуы башҡорто, “Без - башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиевтың сығышы йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Ул үҙ ырыуы тарихы менән төптән бынан тиҫтә йыл самаһы ҡыҙыҡһына башлауын, бығаса күп тарихи факттарҙы белмәүен, Салауат Хәмиҙуллин кеүек төплө белгестәр ярҙамында тарихи дөрөҫлөктө тергеҙә башлауын һәм күп уңыштарға өлгәшеүен белдерҙе.

Йыйында, шулай уҡ, Өфө районының хәрби һәм хеҙмәт даны музейы директоры Әлфиә Усманова сығыш яһаны, ул ошо район биләмәһендә урынлашҡан, Ҡаршын ырыуы вәкилдәре йәшәгән Юлыш һәм Әсән ауылдары тарихына туҡталып үтте.

Благовар районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Элиза Шәфиева төбәктәге башҡорт ауылдары Күгел һәм Ағарҙы тарихын һөйләп үтте, бында халыҡтың үҙ тамырҙары менән әүҙем ҡыҙыҡһыныуын, шәжәрә байрамдарын даими ойоштороуын билдәләне. Әйткәндәй, Күгелдә данлыҡлы ҡылҡәләм оҫтаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы милләттәшебеҙ Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдиев тыуып үҫкән.

Йыйын аҙағында Ҡаршын ырыуы йәмәғәт ойошмаһының Советы һайланды, урындағы әүҙем ҡоролтай ағзалары, йәмәғәтселәр билдәләнде, киләһе йыйын үткәреләсәк Йылайыр районы вәкилдәренә күсмә штандарт тапшырылды. Сара урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың, сәхнә оҫталарының концерты менән тамамланды.

(Материалды ҡулланғанда авторға һәм гәзит сайтына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ!)
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: