-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июнь 2021, 12:46

26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш» ойошторола

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда республиканың бөтөн мәктәптәрендә лә сығарылыш кисәләре үтәсәк, тип хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда республиканың бөтөн мәктәптәрендә лә сығарылыш кисәләре үтәсәк, тип хәбәр итте.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикала 18 651 ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирус пандемияһына бәйле Башҡортостандың ҡайһы бер мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре ойошторолманы.
“Сығарылыш кисәләрен беҙ үткәрәсәкбеҙ! Кеше ғүмерендә бер генә була торған мөһим ваҡиға. Һәр белем биреү усағы сығарылыш кисәләрен үткәреү форматын үҙаллы билдәләргә тейеш,” – тине Радий Хәбиров һәм Мәғариф министры Айбулат Хажинға был оло ваҡиға алдынан барлыҡ санитар-эпидемик талаптар үтәлергә – социаль арауыҡ һәм битлек режимы һаҡланырға тейешлеген аңлатып һәм иҫкәртеп, бөтөн мәктәп директорҙарын кәңәшмәгә йыйырға ҡушты.
“МВД-нан коллегалар менән бергә хәүефһеҙлек сараларының үтәлешенә мөһим иғтибарҙы йүнәлтергә, яҡшы итеп эшләргә үтенәм,” - тине республика Башлығы.
26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш» ойошторола. Сара «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында киске сәғәт 6-ла башлана, тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.
Программала – «Өфө тулҡыны» музыка конкурсы еңеүселәре ҡатнашлығында байрам концерты, шулай уҡ мауыҡтырғыс уйындар һәм конкурстар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, әлегә сығарылыш кисәләрен уҙғармау тураһында ҡарарҙар юҡ. Ләкин кисәләрҙе ойошторғанда барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы – социаль арауыҡты һәм битлек режимын һаҡлау мотлаҡ.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәтттәре буйынса, быйыл республикала 18 651 уҡыусы ун беренсе класты тамамлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирус пандемияһына бәйле ҡайһы бер мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үткәрелмәне.
Читайте нас: