-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Июнь 2021, 15:34

ҠОТЛАЙБЫҘ!

2021 йылдың 22 июнендә Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һөйөклө ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримоваға, республикабыҙҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә һалған хеҙмәттәре өсөн һәм 70 йәшлек юбилейы айҡанлы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде.

Милләтебеҙ, республикабыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ эштәр башҡарған данлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе Әлфиә Мостафа ҡыҙын матур юбилейы һәм юғары награда алыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! “Аманат” журналын яратып уҡыусы ижадсы балалар исеменән дә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ һеҙгә, Әлфиә Мостафа ҡыҙы!
Читайте нас: