Намаҙ ваҡыты (ошонда баҫ) етһә (әгәр ҙә намаҙҙың ваҡыты үтеп бара икән)
намаҙға баҫмайынса, Ҡөръән уҡып ултырыу һис дөрөҫ түгел. Бигерәк тә йома намаҙы ваҡытында аят мәжлестәре үткәреү ярамаҫ. Бында йома көнө менән, йома намаҙы ваҡытын бутарға ярамай. Аят мәжлестәре йә йома намаҙына хәтлем, йә йома намаҙынан һуң үткәрелә. Ҡайһы ваҡыт мәсеттә йома уҡырға кеше етешмәй, ә беҙ аят уҡып доға ҡылыу менән мәшғүл булабыҙ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: «Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр йома көнө намаҙға саҡырыу ишетһәгеҙ, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыу өсөн ашығығыҙ, һатыу итеүҙе ҡуйығыҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. (Жумға, 9 аят). Намаҙ үтәлгәс, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм Аллаһы Тәғәләнең йомартлығын эҙләгеҙ, Аллаһы Тәғәләне йыш иҫкә алығыҙ, бәлки һеҙ бәхетле булырһығыҙ» (Жумға, 10 аят). Шулай итеп беҙ Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәмәй, нәфел ғәмәлдәргә өҫтөнлөк биреп, доғалар ҡылыу менән мәшғүл булып ултырһаҡ, доғаларыбыҙҙың ҡабул булыу-булмауы бик икеле. Ҡөръән уҡыусыға ла, Ҡөръән табыны әҙерләүсегә лә быны иҫтә тоторға кәрәк.
Рамаҙан айында (ошонда баҫ) ауыҙ аскас, намаҙ ваҡыты сыҡмаҫтан алда аҡшам намаҙы уҡылырға тейеш. Кемдер табын әҙерләп, ҡунаҡ йыя икән, әгәр ҙә мәжлес намаҙ ваҡытына тура килерҙәй булһа, үҙ өйөңдәме йәки күршеһендәме, намаҙ уҡыу өсөн урын әҙерләп ҡуйыу яҡшы.