-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июнь 2021, 18:16

Әрем – коронавирустың дошманы!

Йәйгеһен, бактериялар аҙғанда, кескәйҙәрҙең эсе йыш ауырта. Ҡулдарҙы йыумау, еләк-емеште түтәлдән өҙөп ашау һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Әскелтем һыуҙы эскәндән һуң, ауырыу ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға торғайны.

Бәләкәй саҡта әсәйемдең әрем төнәтмәһен көсләп эсергәне һаман да хәтеремдә. “Ни өсөн?” тиһегеҙме? Айырыуса йәйгеһен, бактериялар аҙғанда, кескәйҙәрҙең эсе йыш ауырта. Ҡулдарҙы йыумау, еләк-емеште түтәлдән өҙөп ашау һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Әскелтем һыуҙы эскәндән һуң, ауырыу ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға торғайны.
Баҡтиһәң, әрем диареянан тыш, мең сиргә дауа икән. Юғары категориялы табип Альмира Сынбулатова әйтеүенсә, кешеләр аяҡ аҫтында тигәндәй үҫкән дарыу үләндәренең файҙалы булыуын бик үк белеп бөтмәй. Мәҫәлән, әрем ярҙамында бик күптәр коронавирус ауырыуын йоҡтормаған. Ашар алдынан әремдең бер нисә бөртөк орлоғон йоторға йәки бер ҡалаҡ төнәтмәне эсергә кәрәк.
– Урмандан йыйған әремде туҡмас киҫкән шикелле ваҡ ҡына итеп киҫәм дә, батмусҡа таратып ебәреп, күләгәгә киптерергә ҡуям, – тип һөйләй дарыу үләндәре белгесе, коронавирус менән сирләп, әрем менән дауаланған Клара Миңлейәрова. – Аҙаҡтан ҡатырғаға һалып һаҡлайым. Йыбанмаһаң, орлоҡтарын айырым киптерергә лә мөмкин, ваҡ эш, әлбиттә, әммә кәрәкле. Әрем ныҡ көслө үлән, шуға күрә төнәтмәне сама белеп ҡабул итеү мөһим. Киптерелгән ике аш ҡалағы әремде бер литр һыуҙа төнәтәм. Бер айҙан эсә башлаһаң да була, тәүлегенә бер балғалаҡ етә. Орлоҡҡа килгәндә, ике-өс орлоҡто йоторға мөмкин.
Хөрмәтле, дуҫтар! Дарыу үләндәре аяҡ аҫтыбыҙҙа! Уларҙың файҙаһын күрәйек! Ауырымайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ!
Фото: Pinterest
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: