+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август 2021, 15:34

Америка уҡыусылары нисек уҡый һәм йәшәй?

Силәбе ҡыҙы Алексан­дра Акельева уҡыған “7 асҡыс” урыҫ-ин­глиз мәктәбе сит ил­дәрҙәге төр­лө мәктәптәр менән тығыҙ бәй­ләнеш­тә эш­ләй: алы­шыу программаларын­да әүҙем ҡатнаша.

Америка уҡыусылары нисек уҡый һәм йәшәй?
Америка уҡыусылары нисек уҡый һәм йәшәй?

Ошо программа сиктәрен­дә АҠШ-та өс тапҡыр булған Сашаның тәьҫорат­тары беҙгә бик ҡыҙыҡлы тойол­до. Уның яҙған­дарын ҡыҫҡар­тып журнал уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итергә бул­дыҡ.

– Төньяҡ Каролина ш­татының Нью-Берн ҡалаһына 6-10 кешенән торған коман­да менән кил­дек. Америкала беҙҙе бик ихлас көтөп алалар, сөнки ун­дағы дуҫтарыбыҙға беҙҙең уйын­дар, мастер-кластар бик оҡшай. Беҙ ҙә уларҙың көн­дәлек тор­мошо, йолалары менән ихлас ҡыҙыҡһынабыҙ, ҡайһы ваҡыт йәшәү ҡиммәт­тәре ҡайһылай ныҡ айырыла икән тип ғәжәп­ләнеп тә ҡуябыҙ.

Американ ғаиләһен­дә ғәҙәти ир­тә нисекме? Әсә кеше аш бүл­мәһен­дә, атай ҡәһүә эсә, балалар мәктәп­кә йы­йына. Ир­тән­ге аш­тан һуң, әсәй әҙер­ләп биргән ланч-бокстарҙы алғас, атайҙары уларҙы машина менән мәктәп­кә ил­теп ҡуя. Мәктәп­кә китер ал­дынан балалар йәнһүрәт ҡарай. Әйт­кән­дәй, был ил­дә нисә тапҡыр булһам да, бер ҡасан да яңылыҡ тыңлаған­дарын ишетмәнем. Американ­дар донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән бөтөн­ләй тиер­лек ҡыҙыҡһын­май, хат­та күршеләге ш­тат­та нин­дәй яңылыҡтар булы­уын да бел­мәй. Барыһы ла бик мөһим мәсьәләләр менән мәшғүл: нисек тыуған көн­дө бил­дәләргә, сығарылыш кисәһенә нин­дәй күл­дәк кейергә, сират­тағы ял­ды ҡайҙа үт­кәрергә һ.б.

Һәр ир­тә мәктәптә спор­т залынан баш­лана. Баскетбол бик популяр уйын һанала. Уҡытыусылар менән уҡыусылар бер-береһенә ҡаршы уй­нарға ярата. Уйын­да ҡатнаш­маған­дар т­рибуналарҙан уйынсыларҙы күҙәтә йәки дуҫтары менән гәп­ләшә.

Һәр дүшәмбе һәм йома көн­дө ир­тән­ге туғыҙынсы яр­тыла дөйөм йы­йылыш үтә, ун­да уҙған һәм буласаҡ саралар тураһын­да фекер алышалар. Аҙаҡ бөтә мәктәп буйынса бер минут ғибәҙәт ҡылына һәм дәрес баш­лана.

Дәрестәр төр­лөсә үтә. Уҡытыусылар өйгә эш­тәрҙе йы­йып ала йәки уның бар­мы-юҡмы икәнен тикшерә. Физика дәресен­дә, мәҫәлән, төр­лө проект­тар эш­ләнә. Уҡыусылар дәрестә үт­кән приборҙарҙың модел­дәрен һәм механизм­дарын эш­ләп ҡарай. Баш­ланғыс синыфтарға тәжрибәләр күрһәтәләр.

Миңә Америкала иң оҡшағаны life skills тигән дәрес бул­ды. Ун­да йәшәү ҡиммәт­тәре тураһын­да һөй­ләнелә, фекер алы­шыу өсөн төр­лө темалар бирелә. Беҙҙәге синыф сәғәтенә оҡшаған.

Мәктәптәрҙең бер ҡат­лы булы­уы бик уңай­лы. Һәр синыф бүл­мәһенән коридорға һәм урамға сығыу өсөн ике юл бар. Ал­маш аяҡ кейемен­дә йөрөмәйҙәр. Бын­да бер кем дә аяҡ кейемен сис­мәй, хат­та өйҙәрен­дә лә шул килеш йөрөйҙәр. Ни өсөн тигән­дә, урам­дарын­да иҫ китес таҙа.

Уҡытыусылар менән уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте лә бик йылы тойол­до миңә. Педагогтар һине үҙ тиңеләй күреп һөй­ләшә, уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын ихтирам итә. Балалар дәрес ваҡытын­да йөрөп ала, теләһә, иҙән­гә ул­тырып, эш­те үтәй. Дәрес ваҡытын­да уҡытыусыны кока-кола банкаһы менән дә күрергә мөмкин.

Мәктәп ҡағиҙәләренә кил­гән­дә, кеҫә телефоны менән ҡул­ланыу ты­йыла. Һәр синыфта стационар телефон бар һәм уҡытыусылар ҙа үҙ-ара уның аша аралаша. Уҡыусылар тик п­ланшет һәм А4 фор­матын­дағы п­ластик тыш­лы дәфтәрҙәр менән файҙалана. Әйт­кән­дәй, wi-fi паролен улар бел­мәй. Әгәр кәрәк булһа, п­ланшетҡа парол­де мах­сус хеҙмәт­кәрҙәре үҙе ин­дерә.

Аҙна һайын бер төркөм уҡыусылар а­уыр тор­мош хәлен­дә тороп ҡалыусыларға ярҙам итеү үҙәгенә бара. Ун­да ашарға әҙер­ләйҙәр, ирекмән­дәр кил­тергән кейем­дәрҙе бар­ларға ярҙам итешәләр. Бын­дай үҙәктәр дәүләт иҫәбенә йәшәп килә.

Уҡыусыларҙың үҙ комп­лект кейеме – мәктәп эмблемаһы төшөрөл­гән төр­лө төҫтәге бер нисә футболка, молниялы йылы кофта һәм спор­т фор­маһы бар.

Бын­да көн­дөҙгө өскә тиклем уҡы­йҙар. Балаларҙы атаһы йәки әсәһе килеп ала. Күп ғаиләләрҙә әсәйҙәр эш­ләмәй. Бала тәрбиәләү улар өҫтөн­дә. Атай кеше эш­тән ҡайтҡас, киске аш­ты бергәләп ашайҙар. Аш ал­дынан ғибәҙәт ҡылалар. Балалар бүл­мәһен­дә тәр­тип әл­лә ни юҡ. Әммә әсәләре, инеп, тәр­тип урын­лаш­тырып, ар­т­тарынан йы­йып йөрөмәй. Ғөмүмән, американ­дар һәр нәмәгә юмор менән ҡарай. Көн­дәлек тор­мош­та осраған ваҡ-төйәк­кә иҫтәре китеп бар­май. Сит кешеләргә үҙ проблемаларын һөй­ләмәйҙәр, бары тик һөйөнөс­лө хәбәрҙәр менән генә бүлешеү ғәҙәт­кә ин­гән.

Бын­да һурпа һәм шы­йыҡ ашамлыҡтар юҡ. Бутерброд, газлы һыу, чипсы һәм төр­лө тәм-том­дар төп ризыҡ һанала. Ир­тән­ге аш омлет һәм әфлисун һутынан тора. Мәктәптә төш­кө аш өсөн балаға бутерброд, чипсы, газлы йәки ябай һыу, ал­манан ланч ебәрелә. Киске ашҡа иһә ит менән спагет­ти, салат тәҡдим ителә.

Америкала тор­мош бай­рам кеүек. Көн һайын нин­дәйҙер сараға әҙер­ләнәләр: йә Хел­лоуин, йә тыуған көн, йә мәктәп кисәһе… Уҡыусыларҙың күбеһе таныш түгел кешеләр менән дә күңел асырға ярата. Хат­та бөтөн­ләй бел­мәгән кешеләргә лә тыуған көн­гә бара. Үҫмерҙәр гаджет ярата, фейсбук, снэпчат һәм инстаграмм ҡул­лана.

Беҙ рәсәй­леләр американ­дарҙан ҡайһы яғыбыҙ менән айырылабыҙ һуң? Минеңсә, сабыр, түҙемлерәкбеҙ. Америка балалары ни тиклем арыған һайын нығыраҡ та­уыш­лана. Мәҫәлән, Вашин­гтон­га экскурсияға барғай­ныҡ. Биш сәғәт­лек юл­ды бик а­уыр кисерҙеләр. Мыжы­й, илай баш­ланылар һәм ҡала буй­лап йөрөгән­дә ҡайһы берәүҙәре, түҙмәй, ергә ятып, йоҡлап та кит­те. Уларҙың кинофильм­дарын ҡараһаҡ, күп осраҡта беҙ үҙ ал­лы, көс­лө ихтыяр­лы үҫмерҙәрҙе күрәбеҙ. Ысынын­да иһә улай түгел. Уларэйәр­теүсе түгел, ә эйәреп йөрөүсе.Һорауҙарҙы күп бир­мәйҙәр, әл­лә ни ар­тыҡ уй­лан­майҙар һәм ҡыҫҡа мөҙҙәт­ле ваҡиғалар менән йәшәүҙе хуп күрәләр.

Нурия ӘХТӘМОВА әҙер­ләне.

Автор:Нурия Әхтәмова
Читайте нас: