-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2021, 13:53

Һаумы, мәктәбем!

Ауырғазы районы ,Талбазы башҡорт гимназияһында - Белем байрамы!

Белем көнө менән !

Бына күптән көткән 1 сентябрь- Белем көнө етте. Гимназиябыҙ алды аллы-гөллө сәскәләр тотҡан уҡыусылар менән гөж килеп тора. Бигерәк тә 1-се синыф уҡыусылары ашҡынып көттө бөгөнгө көндө. Быйыл гимназиябыҙға 18 уҡыусы тәү тапҡыр аяҡ баҫты. Уларҙы яғымлы, үҙ эшен яратып башҡарған тәжрибәле , ижади уҡытыусы Светлана Николаевна Атмасова ҡабул иттте. Байрамға район хакимиәтенең эштәр буйынса идарасыһы Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламанова, ПУЖКХ начальнигы Айрат Әсҡәт улы Ғаббасов, страховҡалау компаниеһы директоры Рәсилә Риф ҡыҙы Йәғәфәрова, йәш үҫмерҙәр эштәре буйынса инспектор Айгөл Ирфат ҡыҙы Ғәлиева саҡырылғайны. Ҡунаҡтар уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә уңыштар, һаулыҡ теләне. Гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова яңы үрҙәр, ижади уңыштар , сәләмәтлек теләне.

“Быйыл Ауырғазы районында 3768 уҡыусы мәктәп ишектәрен асты, шуларҙың 450 –беренселәр. Районыбыҙ уҡыусылары төрлө мәҙәни сараларҙа, олимпиадаларҙа , берҙәм дәүләт имтихандарында һынатманы . Район иң яҡшы өсәү исемлегенә инде ”- тине Юламанова Ф.Ғ. 2016 йылдан районыбыҙҙа һәләтле балаларҙы район хакимиәте аҡсалата премия менән дә бүләкләй. Ошо арауыҡта 100-ән ашыу уҡыусы һәм уҡытыусы премия менән бүләкләнгән. Был яҡшы уҡырға , төрлө олимпиадаларҙа , спорт ярыштарында урындар яуларға тағы ла дәрт өҫтәп кенә тора. Балалар белем юлында булһындар, имен йөрөһөндәр. Еребеҙ, илебеҙ бөтөнлөктә , бәрәкәтле булһын!

Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова,

Ауырғазы районы ,Талбазы башҡорт гимназияһының

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Һаумы, мәктәбем!
Һаумы, мәктәбем!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: