ГЕРПЕС
Герпес. Уның менән таныш булмаған кеше юҡтыр ул. Күптәрегеҙ, моғайын, ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла герпес менән осрашҡандыр. Уйлап та бирмәгәндә, көтмәгәндә, ҡапыл ғына килә лә сыға шул ул... Шунан йөрөйһөң инде йәмһеҙ булып. Иҫеңә төшһә, берәй май һөртәһең, төшмәһә – ҡала инде. Ә аҙна, ун көн тирәһе булғас, “саҡырылмаған ҡунаҡ” әкренләп бөтә.
Иренгә, танау эргәләренә, биткә герпестың сығыуына беҙ әллә ни иғтибар биреп етмәйбеҙ. Ысынлап та, ул сыға ла, әҙерәк ваҡыт үткәс, бөтә. Шуға күрә ниңә ҡайғырырға, борсолорға?
Фәндә герпестың 100-ләгән төрөн билдәләйҙәр. Шуларҙың тәүге һигеҙе менән кеше зарарланыуы ихтимал. Ә иренгә, йөҙгә сыҡҡаны ул – 1-се, иң ябай төрө. 2-се төрө енси ағзала була. Врачтар билдәләүенсә, донъяла йәшәүсе бөтә кешеләрҙең 95 процентында герпестың 1-се, йә иһә 2-се төрө вирустары “йәшәй”.
Герпес вирусы организмға нисек килеп эләгә һуң? Ғәҙәттә ул кешегә бәләкәй саҡта, бик еңел юл таба. Мәҫәлән, ата-әсә баланы үпкәндә. Йә булмаһа уйынсыҡтар, ҡашығаяҡ, һауа аша ла вирус эләгә. Бөтә бәлә шунда: әгәр бер тапҡыр организмға инфекция инһә, унан ҡотолоу юҡ! Кеше үҙен яҡшы тойғанда, сәләмәт булғанда герпес та “шым” була. Ә тап организм йонсоған, хәлһеҙләнгән ваҡытта, иммунитет ҡаҡшағанда, ул “һә!” тигәнсе килеп тә сыға! Ләкин уның сығыуы тураһында алдан һиҙемләргә лә мөмкин. Мәҫәлән, лабиаль герпес (иренгә сыҡҡанын шулай тип атайҙар) сыға торған урын башта әҙерәк әсетеңкерәп, сәнсеп тора, еңелсә ауырта. Тап шул ваҡытта герпесҡа ҡаршы майҙарҙы ҡулланғанда, уның “эшмәкәрлеген” туҡтатып өлгөрәһегеҙ. әгәр һуңлаһағыҙ, герпес сығасаҡ урын шешә, аҙаҡ ул ерҙә ваҡ, һыулы ҡыуыҡтар барлыҡҡа килә. Унан һәр 3-4 сәғәт һайын махсус май һөртөп тороу талап ителә.
Герпесҡа майҙы бармаҡ менән түгел, ә мамыҡлы таяҡса ярҙамында һөртөргә кәрәк. Унан һуң ҡулды яҡшылап йыуырға ла онотмағыҙ! Герпесҡа ҡағылған ҡулығыҙ менән күҙегеҙҙе ыуалаһағыҙ, күҙ ҡабығына тейһәгеҙ күҙгә лә инфекция индереү хәүефе бар!!! Керпек эргәһендә, күҙ ҡабығында һыулы ҡыуыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе вирус барлығы хаҡында һөйләй. Тиҙ арала күҙ табибына барыу насар эҙемтәләрҙән, ауырыуҙың таралыуынан һаҡлап ҡалыр.
Һыулы ҡыуыҡтар һытылыр мәл дә етә. Һәм һыу менән бергә әллә күпме вирустар ҙа сыға! Был ауырыуҙың эргәһендәге кешеләр өсөн иң зарарлы осор. Әйткәндәй, ауырыу бөтөүгә ҡарай, герпестың урыны ҡутырлай башлай. Уны соҡоу, аҡтарыу тирене яраландыра, һәм, инфекция инһә, һауығыу оҙаҡҡа һуҙыла. Герпес, ғәҙҙәттә, 1-2 аҙнанан һуң бөтә.
Герпес сыҡҡанда шоколад, сәтләүектәр, тәм-том ашауҙы сикләргә кәрәк. Был осорҙа лизинға бай аҙыҡтар: балыҡ, йогурт, сыр, ит ашау яҡшы булыр.
Алдан әйтеп үткәнебеҙсә, герпес вирусы бер тапҡыр организмға инһә, уны бөтөрөп булмай. Шуға күрә уның ҡабаттан килеп сығыуы тәбиғи. Ауырыған кешегә ни бары уны тыныс ҡабул итергә һәм гигиена талаптарын үтәргә кәрәк! Әгәр инде герпес йыш-йыш сыға икән (мәҫәлән, йылына хатта алты тапҡыр!), ул осраҡта мотлаҡ табипҡа күренергә кәңәш ителә!
Г. ҒҮМӘРОВА әҙерләне.