+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2022, 17:10

Егеттәр өсөн һуғышырға әҙермен!

Егеттәрҙең ҡыҙҙар өсөн һуғышып, яғалашып йөрөгәнен күреү ғәҙәти күренеш кеүек. Ә бына ҡыҙҙар араһында көслө заттар һымаҡ “һуғыш суҡмар”ҙары бармы икән?

Егеттәр өсөн һуғышырға әҙермен!
Егеттәр өсөн һуғышырға әҙермен!

Егеттәрҙең ҡыҙҙар өсөн һуғышып, яғалашып йөрөгәнен күреү ғәҙәти күренеш кеүек. Ә бына ҡыҙҙар араһында көслө заттар һымаҡ “һуғыш суҡмар”ҙары бармы икән?

Заманында, үҫмер саҡта, беҙ ҙә кисен ауыл клубында дискотекаға сыға инек. Хәтәр күңелле була торғайны! Бигерәк тә күрше райондағы минең йәштәш Илгизәне ҡунаҡҡа алып ҡайтһам, ауылыбыҙ “геү” итеп ҡала. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки бындағы ҡайһы бер “эре” йөрөгән ҡыҙҙарға уның килеүе оҡшап етмәй. Түңәрәккә бейергә баҫһаң, өҫкә менеп баралар! Йәнәһе, егеттәрҙең берәйһен эләктереп алмаһын! Шунан бер заман Йәмил тигән егет менән дуҫлаша башлағайны, хәл-ваҡиғалар бөтөнләй киҫкенләште: туғанымды бер ҡыҙ хатта “стрелка”ға ла саҡырып йөрөнө. Баҡтиһәң, ҡасандыр Йәмил менән йөрөгән булғандар икән. Шуға үс итепме, йәне көйөпмө, был ҡыҙыҡай Илгизәне туҡмамаҡсы! Клубҡа сыҡһаҡ, Илгизәне яңғыҙ ҡалдырманыҡ: йә Йәмил, йә мин ҡарауыллап йөрөнөк. Юғиһә, көс һынашырға клуб артына һөйрәп алып китергә лә күп һорамаҫтар.

Быға оҡшаш хәлде минән күп йәшкә оло, йәшлеге 90-сы йылдарҙағы дәүергә тура килгән Гөлфинә апай ҙа һөйләгәйне: “Һеҙҙең ауылға ҡунаҡҡа килгәс, йәштәш туғаным менән киске уйынға сыҡ­ҡайныҡ. Шунда мине күреп ҡалған ауыл ҡыҙ­ҙары: “Ауыл егеттәре – беҙҙеке!” – тип үҙ дәғүәләрен белдерәләр, уларҙы бер-береһенән уҙҙырып, ҡыҙғанып маташалар. Ә хәҙер, инде күпме һыуҙар аҡҡас, йәшлегемә әйләнеп ҡарайым да, көлкө килә: был “Ауыл егеттәре – беҙ­ҙеке!” тип һөрән һалып йөрөгән ҡыҙҙар алыҫ-алыҫ райондарға кейәүгә сығып, таралышып бөттөләр. Миңә лә үҙ бәхетемде икенсе яҡтарҙа осратыу насип булды”.

Уйлаһаң, уйылып китерлек. Бер яғынан, егет өсөн һуғышһаң, ҡыҙыҡтыр инде. Сая ла, ҡыйыу ҙа булып күренерһең. Авторитет. Ә икенсе яҡтан, ҡыҙғаныс һымаҡ та. Бер танышым шундай тарихты бәйән иткәйне: “Әрмелә хеҙмәт иткән ҡустым өсөн ҡыҙ­ҙар һуғышып киткән. Әрмегә тиклем бер үҙенән өс йәшкә өлкән ҡыҙ менән дуҫлашты. Еңгәмдәр ҡаршы ине, гел талашып, ташлашып кире йөрөй торған инеләр. Шул ташлашҡан ваҡытта ҡустым күрше ауылдан икенсе бер ҡыҙ менән йөрөп алған. Әле ул ике ҡыҙҙың береһе менән дә аралашмауына ҡарамаҫтан, ҡустымдан өс йәшкә өлкән ҡыҙ теге күрше ауыл ҡыҙын клубта тукмаған. Әлбиттә, кәүҙәгә ҙурыраҡ та, 4-5 йәшкә олораҡ та булғас, теге өлкән ҡыҙ бәләкәйен еңгән. Кесе ҡыҙ тегегә ҡаршы һуға ла алмаған. Етмәһә, клубтағы халыҡтың береһе лә уларҙы айырмай, һуғышҡандарын ҡарап тик торалар, ти. Ғибрәт! Оҙаҡламай ҡустым әрме сафынан ҡайта. Нимә булырын күҙ алдына килтерһәм, сәсем үрә тора! Ҡустымды ла берәй ҡараңғы мөйөштә туҡмап китмәһә ярай ҙа! Хәҙер бит ҡыҙҙар ҙа яман. Ажарланып ташланырға ғына торалар!”

Ысынлап та, ир-егет өсөн туҙынып, тырнашып, сәс йолҡошоп һуғышып йөрөү гүзәл затты биҙәмәйҙер ул. Был хаҡта башҡалар нимә уйлай икән тип, яратҡан егетең өсөн һуғышырға әҙерһеңме, тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем.

 

РАУЗА:

– Әлбиттә, юҡ! Минең өсөн ул һуғышырға тейеш!

АЛЬБИНА:

– Һуғышмаҫ инем, уны ла һуғыштырмаҫ инем!

СУЛПАН:

– Кешеләрҙе шатландырып, егет өсөн бысранып, һуғышып та йөрөмәҫ инем! Әгәр улайтып көрмәкләшеп йөрөһәм, ул бит үҙеңде, ҡатын-ҡыҙ фиғелен кәмһетеү буласаҡ! Бер заман минең үҙемде лә егет өсөн һуғышырға саҡырып маташҡайнылар. Мин башламаным, икенсе бер ҡыҙ бәйләнер китә ине. Шунда уҡ уны урынына ҡуйҙым. Әлбиттә, йоҙроҡ төйөп түгел, ә былай һүҙ менән аңлатып.

 

Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы – гүзәл, һөйкөмлө, нәзәкәтле булыу. Ир-егет өсөн һуғышыу тыйылған ғәмәл һымаҡ ҡабул ителһен ине ул. Кәләш, килен, әсә һәм ҡасандыр өләсәй була торған кешегә, йәшлек йүләрлегенә бирелеп, көслө зат өсөн көс һынашып йөрөү килешкән эш түгелдер.

 

Зарина НӘЗИРОВА.

Автор:Зарина НӘЗИРОВА
Читайте нас: