10 Февраль - өй эйәһенең тыуған көнө
Өй эйәһенең барлығына, уның беҙҙең менән бер торлаҡта йәшәүенә ышаныусылар әле лә бар.
Был көндө, славян халыҡтары, мейес артына, плитәгә ҡоймаҡ, кәнфит тәмлекәстәр һалып, һөт ҡойоп, өй эйәһен һыйлай. Беҙҙең халыҡта бар микән ундай ырым?
Өй эйәһе өйҙөң ырыҫын, тыныслығын, ҡотон һаҡлаусы тип уйлай славяндар. Ҡайһы берәүҙәрҙең һыйыры быҙаулаһа, һарыҡ кәзәһе бәрәсләһә, төндә тәҙрә шаҡып, хужаларҙы уята икән.
Тағы ла өй эйәһе иреш-талашты, һүгенгәнде, һыҙғырғанды ныҡ яратмай, ти. Шуға ла бәхетле, тыныс тормошта йәшәгегеҙ килһә, үҙ-ара татыу булығыҙ.
Өй эйәһе йортто ташлап, сығып китһә, хужалар ҙа бәхетһеҙ була.
Яратмаған кешеһен төндә, йоҡо бирмәй, семетеп, тәнен күгәртеп бөтөрә икән. Хужаларҙы яратмаһа, өйҙән әйбер юғалыусан.
Ул тыныс һәм мөхәббәтле атмосфера яратыусы йән. Бигерәк тә балаларҙы ярата. Эскерһеҙ булғандары өсөн.
Ҡыш көнө өй эйәһе ҡаты йоҡлай.
Ә тыуған көнөндә, 10 -11 февралдә, улар шаулашып, тыпырҙашып, байрам итә. Был көндө уны ризалатып, бәхетле һәм тыныс йәшәү өсөн күстәнәстәр менән һыйлайҙар.
Ә һеҙҙең өйөгөҙҙөң эйәһе бармы? Ниндәй ҡиәфәттә ул? Һеҙ уның менән дуҫ йәшәйһегеҙме? Комментарий яҙабыҙ