+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2022, 12:38

Әлифба илендә

Матур башҡорт ерендә,Тылсымлы Әлифба илендә,Йәшәгәндәр ти, бер туғандар,Ләкин улар дуҫ булмағандар.Сибәр һуҙынҡы ҡыҙҙарМатур итеп йырлайҙар.Бик ябай исемдәре-А,О,У,Ә,Э,И,Ө,Ы,Ү,Ю,Я,Е.

Әлифба илендә
Әлифба илендә

Ә тартынҡы малайҙар
Физик яҡтан уңғандар,
Ләкин йыр- моңға улар
Бик оҫта булмағандар.

Тартынҡы малайҙар көнләшкән,
Ҡыҙҙарға йәндәре көйгән,
Сөнки улар йыр йырлап
Халыҡтын күңелен яулаған.

Эй, тырышҡан малайҙар,
Көндә улар йырлаған,
Ләкин моң килмәй берҙә!
Йырлай алмай б-е-р-е-һ-е-л-ә!

"Р" исемле бер малай
РРРылдай ҙа РРРылдай,
ППП тип тырыша
"П" исемле батырша,

ТТТ- тип ныҡҡыша өсөнсө
Тик моң килмәй, бер көйө!
Хәлдән тайғандар улар,
Иларға тотонғандар.

Ярһып илағанды ишетеп,
Ҡыҙҙар килде йүгереп.
Улар "кире" малайҙарға
Шулай тип әйткәндәр:

"Әйҙәгеҙ, дуҫ булып йәшәйек,
Һәр ваҡыт бергә булайыҡ,
Һүҙҙәр шул саҡта ғына
Матур көйгә һалына."

Һөйләшкәндәр, килешкәндәр,
Дуҫлыҡ ҡулын һуҙғандар...
Шул минуттан алып улар
Татыу булып йәшәйҙәр.

Әлеге ваҡытта ла
Һуҙынҡы һәм тартынҡылар
Башҡорт алфавитында
Һаман бергә торалар!

Матур башҡорт ерендә
Тылсымлы Әлифба илендә
Йәшәгән ти, бер туғандар-
Татыу, берҙәм булғандар.

Туған телдә был хәрефтәр
Матур һүҙҙәр төҙөгәндәр,
Башҡорт телен һаҡлағандар
Данлап йыр йырлағандар!

Автор:Әҡлимә Ғибәҙуллина
Читайте нас: