+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2022, 10:04

Синыфыбыҙ татыу, берҙәм!

Беҙҙең синыф гимназияла үҙенең шуҡ, шаян, әүҙем, тырыш, дуҫ булыуы менән айырылып тора. Синыфта бейеүселәр, ҡурайсылар, көрәшселәр , актерҙар, оҫта шиғыр һөйләүселәр йыйылған.

Синыфыбыҙ татыу, берҙәм!
Синыфыбыҙ татыу, берҙәм!

    Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының  3 -сө синыфында 26  уҡыусы. 16 малай һәм 10 ҡыҙ. Беҙҙең синыф гимназияла үҙенең шуҡ, шаян, әүҙем, тырыш, дуҫ булыуы менән айырылып тора. Синыфта бейеүселәр, ҡурайсылар, көрәшселәр , актерҙар, оҫта шиғыр һөйләүселәр йыйылған.

Әлимбәҡова Ралина, Әхмәтйәнов Ильдан, Абдрахманова Илзира, Мөхәмәтйәров Ильяс, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан,  ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә.  Район һәм республика кимәлендә үткән  конференцияларҙа актив ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Заһитов Алик , Әлимбәҡов Данил, Сәлиев Ильяс,Ибатуллина Ралина , Шәйбәҡова Радмилла -оҫта бейеүселәр. Альбина Хәким ҡыҙы етәкләгән “Шатлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле районда үткән һәр концерттың биҙәге.

Мөхәмәҙйәров Ильяс һыҙҙырып ҡурайҙа уйнай.Фәһим Салауат улы етәкләгән өлгөлө ҡурайсылар ансамблендә шөғөлләнә, төрлө конкурстарға әҙерләнә.

Шәмсетдинов Алмаз, Назаров Айтуған,Мөхәмәтов Әмир спортты ярата, бил бирмәҫ  көрәшселәр.

Таминдарова Риана,  Абдрахманова Ильзира акробатика түңәрәгенә йөрөй. Илзирә республикала үткән ярыштарҙа призлы урындар яулап өлгөрҙө инде.

Спиридонов Артур менән Әхмәтйәнов Илдан   Фирүзә Айбулат ҡыҙы алып барған өлгөлө театр-студия “Экос” актерҙары. Улар төрлө спектаклдәр сәхнәләштерә.

Васильева Виктория, Ишимбаев Самат, Мөхәмәтшина Розалина, Костылев Роман, Ишмаҡова Самира  - оҫта шиғыр һөйләүселәр.

Әмирова Азалия, Ғәлиуллин Ислам, Козорез Милена, Һатлыҡов Самат, Шәфиев Алмаз, Сисин Данил беҙҙең буласаҡ рәссамдар. Уларҙың һүрәттәре төрлө ғәзит-журналдарҙа баҫылып тора. Йәғәфәров Рәүил математика менән дуҫ, олимпиадалар еңеүсеһе.

Һҡңғы йылдарҙа "Аманат" журналы менән дуҫлашып алдыҡ. Журналды алдырып уҡып ҡына ҡалмайбыҙ, әүҙем яҙышабыҙ.Яратып уҡыған журналыбыҙ биттәрендә мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләребеҙ даими баҫылып тора.

Бына шундай беҙҙең берҙәм синыфыбыҙ! Киләсәктә уңыштарға өлгәшеп, юғары еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Сатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы,

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 

башланғыс синыф уҡытыусыһы.

 

Синыфыбыҙ татыу, берҙәм!
Синыфыбыҙ татыу, берҙәм!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: