+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2022, 10:14

“Дихин уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы

Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап,  икенсе тапҡыр “Дихин уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Тәүге номинация буйынса башҡорт теле уҡытыусылары Ришат Марат улының тормош һәм хеҙмәт юлын өйрәнеп, тикшеренеү эштәре яҙһа, икенсе номинацияла уҡыусылар Ришат Марат улы яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләне һәм үҙҙәре лә уға эйәреп шиғыр яҙҙы.

“Дихин уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы
“Дихин уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы

Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова белдереүенсә, был бәйгеләрҙә 50 уҡыусы ҡатнаша. Положениеға ярашлы, улар шиғырҙар ятлап, видеоролик төшөрөп ебәрә. Жюри ағзалары уларҙы ҡарап, иң-иңдәре булған 12 бәйгесене һайлап ала. Нәҡ улар бөгөнгө хәтер кисәһендә сығыш яһаны һәм тәбрикләнде.

Адель Усманов, Динислам Суфиянов, Азалия Шәйхетдинова,
Ильяс Латыпов, Динә Сафина, Илназ Фазылйәнов, Азалия Арысланбәкова, Алия Мусина, Әлгиз Мәхмүтйәров Ришат Дихин яҙған шиғырҙарҙы һөйләне.

 

Ә Илмир Хәсәнов, Самира Бәкерова, Ирина Мәғәфүрова һәм Сураш мәктәбе уҡытыусыһы Вәрисә Садыҡова Ришат Марат улына эйәреп, үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләне.

Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусыларына ҙур рәхмәт!

Кем белә, бәлки нәҡ бөгөн сәхнәлә тороусы уҡыусылар киләсәктә билдәле шағирҙар булып, Ришат Марат улы һымаҡ Тыуған еребеҙҙең матурлығын аҡ ҡағыҙ биттәрендә данлар!

сығанаҡ: https://yantiyak.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-03-30/layy-ly-almash-2750350?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=165290375 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: