+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2022, 17:40

Кесерткән турғайы (Крапивница)

Грек теленән был ҡоштоң боронғо исеме “троглодит”, йәғни тура мәғәнәһендә – мәмерйәлә йәшәүсе. Ысынлап та, был бик бәләкәй генә турғайҙың ояһын таба алһаң, ул мәмерйәне хәтерләтә.

Кесерткән турғайы (Крапивница)
Кесерткән турғайы (Крапивница)

Грек теленән был ҡоштоң боронғо исеме “троглодит”, йәғни тура мәғәнәһендә – мәмерйәлә йәшәүсе. Ысынлап та, был бик бәләкәй генә турғайҙың ояһын таба алһаң, ул мәмерйәне хәтерләтә. Өҫкә күтәрелеп торған ҡыҫҡа ҡойроғо, бәләкәй башы һәм ҡыҫҡа муйынының бөтөнләй шәйләнмәүе арҡаһында был ҡошсоҡ кескәй генә йомшаҡ шарҙы хәтерләтә. Ысынлап та, ябай һоро турғайҙан ике тапҡырға тиерлек бәләкәсерәк һәм еңелерәк был ҡош 12 грамм ғына тарта. Уның ҡарауы, тауышы бик сағыу, шундай кескәй йән эйәһендә шул тиклем сырылдау нисек ярала икән, тип аптырап ҡалырлыҡ. Үҙҙәренән өсләтә ҙурыраҡ һабантурғайынан да көслөрәк кесерткән турғайының тауышы!

Кесерткән турғайы дымлы ылыҫ урмандарында, ҡуйы бейек үлән ҡаплаған урындарҙа көн итә. Бейеккә осмай, ерҙән юрғалауға өҫтөнлөк бирә. Һыуға яҡыныраҡ ерҙәрҙе төйәкләй. Иртә яҙҙан, әле ҡар иреп бөтмәгәндә йылы яҡтан ҡайтып етә. Башҡа төр ҡоштарҙан айырмалы рәүештә, кесерткән турғайының атаһы бер юлы бер нисә урында оя ҡора башлай. Уларҙың һаны тиҫтәгә етеүе ихтимал. Оя ерҙән бейектә түгел, йәки йығылған ағас ҡыуышында уҡ шар рәүешендә яһала. Әммә ояларҙың күпселеге эшләнеп бөтмәй, инә ҡош берәйһен һайлап алыу менән, ҡалғандарында эш туҡтай. Кесерткән турғайҙарына полигамия күренеше хас, йәғни, бер атаға бер нисә инә ҡош тура килә. Ояға һалынған 5-7 төртөклө йомортҡанан ике аҙнала шәп-шәрә балалары моронлап сыға һәм ике аҙна эсендә үк ояларын ташлап та сығалар. Хатта шундай ҡыҙыҡ факт та теркәлгән: ата-инәләре икенсе тапҡыр бала сығарғанда, тәүге оя себештәре уларға икенсе партияны үҫтерешергә ярҙам итә, имеш! Бик йыш уларҙың ояларына кәкүк йомортҡаһын һалып китә һәм ҡоштар пары үҙ себештәре  урынына улар менән сағыштырғанда әзмәүерҙәй ҡош балаһын ҡарап үҫтерә.

Һыу буйҙарын төйәк итергә әүәҫ кесерткән турғайы үҙе яратҡан бөжәктәрҙән башҡа яр ситендә тапҡан һыу бөжәктәрен дә бик яратаып ашай. Үлән орлоҡтарына улар башҡа төр ризыҡ ҡалмағанда ғына күсәләр. Тауышының сағыулығы һәм йыл буйына йырлап тороуы арҡаһында уны ситлектә лә аҫырайҙар. Ләкин был осраҡта фәҡәт ата ҡоштоң ғына һайрауын иҫтә тоторға кәрәк. Бик сос һәм йылғыр был ҡошсоҡтар тәбиғи шарттарҙа дүрт йыл йәшәйҙәр.

Кесерткән турғайы (Крапивница)
Кесерткән турғайы (Крапивница)
Кесерткән турғайы (Крапивница)
Кесерткән турғайы (Крапивница)
Кесерткән турғайы (Крапивница)
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: