+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2022, 16:05

Ҡыр сысҡаны (полевка)

Бихисап мультиктар геройҙары булараҡ һәр балаға таныш был йәнлектәр (Микки Маус, Том и Джерри, “Теремок” һ. б) уларҙың тормошона “Бесәй -–сысҡан” уйыны менән инә. Артабанғы мәҡәлә уның тураһында

Ҡыр сысҡаны (полевка)
Ҡыр сысҡаны (полевка)

Бихисап мультиктар геройҙары булараҡ һәр балаға таныш был йәнлектәр (Микки Маус, Том и Джерри, “Теремок” һ. б) уларҙың тормошона “Бесәй -–сысҡан” уйыны менән инә, аҙаҡтан мосолмандарҙың календары – мөсәл иҫәбенең беренсе йылы (Сысҡан йылы) булып ололар тормошона күсә. Халыҡта ул ябай ғына итеп сысҡан тип йөрөтөлһә лә, уларҙың икеһе – өй сысҡаны (домовая) һәм ҡыр сысҡаны (полевая) – төрлө йәнлектәр. Уларҙы айырыуы ҡыйын түгел, тәүгеһе тотош һоро төҫтә, ә икенсеһе олоғая килә көрәнәйә һәм һарғая, өҫтәүенә уның арҡаһы буйлап ҡара һыҙат һуҙылған. Шуның буйынса башҡорт атының да төҫөн сысҡан һыртлы тип йөрөтәләр.

Ҡыр сысҡанының йәшәмәгән ере юҡ. Бик тиҙ үрсеүсән булараҡ, улар йылына ҡарап бик күп булып китә, ә ҡайһы бер йылдарҙа бөтөнләй юҡҡа сыға. Йәй эсендә 3-4 тапҡыр балалап, бер ояла 5-6 бала булыуы уны бик йылдам үрсеүсән итә. Өс аҙнанан тыуған һуҡыр һәм шәп-шәрә балалары  бер айҙан үҙаллы йәшәй башлап, өс айҙан үҙҙәре балаларға һәләтле. Ояһын ер аҫтында ла, сәйнәлгән ҡоро үләндән эшләнгән шар рәүешендә үлән араһында ла, ә еүеш йылдарҙа хатта ерҙән күтәреберәк тә эшләй. Тәбиғәттә сысҡандың ғүмере ҡыҫҡа, сөнки дошмандары күп. Уларҙы ҡоштар ҙа (күпселектә өкөләр), ваҡ йәнлектәр ҙә (терпе, йылан, йәтсә һәм төлкөләргә тиклем) йәйен ҡышын да, көнө-төнө лә эҙәрләй. Ер аҫтында ла, ҡышын ҡар аҫтында ла тынғы юҡ уларға. Шуға ла ҡыр сысҡаны, өй сысҡанына эйәреп, кеше йәшәгән урындарға һырыға, эҫкерт, кәбән, сүп өйөмдәре улар өсөн ышаныслы ышыҡҡа әйләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, тәбиғәттә сысҡандарға аяуһыҙ яу асып, кеше үҙе үк уларҙы үҙенә яҡынайта, сөнки үҙ торлағына яҡын урындарҙа ағыуҙар ярҙамында сысҡандар менән һуғышыу кеше өсөн дә, беҙҙең менән көн итеүсе эт-бесәйҙәргә лә хәүефлегә әйләнә.

Ҡыр сысҡанының ашамаған нәмәһе юҡ. Кимереүсе булараҡ, тештәре өҙлөкһөҙ үҫә, шуға ла ул ҡыш көндәрендә ағастарҙы ла кимерә, йәшелсә-емешкә лә йоғона, ағас ҡыуаҡтарҙың тамырҙарын кимереп ҡорота. Шул сәбәпле кешеләр ҙә улар менән йыл әйләнәһенә төрлө саралар менән әүҙем һуғыш алып бара. Тәбиғәткә сәфәрҙә кешене, энцефалит сирен таратыусы талпандан һуң, сысҡан биҙгәге ҡурҡытып тора. Борон кеше өсөн улар таратҡан, миллионлаған халыҡты бер юлы ҡырған тағун сире (чума) хәүефле булған, хәҙерге заманда, ышаныслы вакциналар уйлап табылыуы менән, уның хәүефе күпләтә кәмегән. Әммә донъяның төрлө мөйөштәрендә был пандемия әле лә килеп сығып тора.

Ҡыр сысҡаны төнгө – йәнлек. Ҡолаҡа бик һаҡ, хәрәкәттәре бик йылдам, тештәре үткер, тырнаҡтары осло был йәнлек йәшәү шарттарына үтә тиҙ яраҡлашыусан. Әйткәндәй, донъяла уларҙың йөҙҙән ашыу төрө бар. Ғалимдар һаман  асыҡлай алмаған бер сер – ул төрҙәрҙең бер нисек тә үҙ-ара бәйләнешкә инмәүе (бүре-эт, ат-ишәк һымаҡ, мәҫәлән). Японияла һәм Ҡытайҙа декоратив итеп сығарылған аҡ туғаны ғалимдар өсөн  лабораторияларҙа тәжрибәләр үткәрергә бик ҡулай йән эйәһе булып сыҡҡан. Был уларҙың аҡ булыуҙарына бәйле түгел, әлбиттә, ә йылдам үрсеүсәнлеге арҡаһында һөҙөмтәләр тиҙ асыҡланыуынан. Тап шуның өсөн дә Новосибирск ҡалаһының академгородогында лаборатория сысҡанына һәйкәл ҡуйылған. Унда күҙлек кейгән, ҡиәфәте менән өләсәйгә оҡшаған сысҡан бәйләм бәйләп ултыра. Ә бәйләме – ДНК ебе, тереклектең нәҫел туҡымаһы.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: