+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Апрель 2022, 15:18

РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ

Алты йәшлек сағындағы бер мәҙәге бар Наҙгөлдөң: ауылда ҡыҙыл таҫманан иңәү һалынған һарыҡты күреп "анау кәзә ранен булған" тигәйне.Хәҙер инде һигеҙе тулып туғыҙға олғашҡан, 2-се синыфта уҡыған ҡыҙым менән үткән аҙнала көтөлмәгән хәл булып ҡуйҙы: ҡапыл төкөп башын тиште...

РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ
РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ

Алты йәшлек сағындағы бер мәҙәге бар Наҙгөлдөң: ауылда ҡыҙыл таҫманан иңәү һалынған һарыҡты күреп "анау кәзә ранен булған" тигәйне.

Хәҙер инде һигеҙе тулып туғыҙға олғашҡан, 2-се класта уҡыған ҡыҙым менән үткән аҙнала көтөлмәгән хәл булып ҡуйҙы: ҡапыл төкөп башын тиште. Дауаханала тектергәндә наҙлы ғына, иркә генә Наҙгөл "ыһ" та итмәне, "Табип ағай миңә "тишек баш менән йөрөмәйһең инде", - тине бит" тип йылмайҙы, ә күҙ йәше башҡа сәбәп менән атылып сыҡты:
- Сығыш яһай алмайыммы хәҙер? Мин был көндө бер аҙна буйы көттөм, әсәй!

Әмәлгә ҡалғандай, тап шул көн егерменсе гимназияла "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы уҙырға тейеш ине - еңеүселәр район, инде унда ла еңһәләр, республика кимәленә сығалар. Наҙгөлдәр класс менән "Бүре һәм кәзә бәрәстәре" әкиәтен сәхнәләштерәләр, ҡыҙым төп ролдәрҙең береһен - Кәзәне уйнай.
Һүҙен йыҡманым - дауахананан тура бинт уралған баш менән гимназияға елдерҙек.

"Айгөлдөң ҡыҙы инде, нимә генә булһа ла, сығыш яһау - иң мөһиме" - тип йылмая дуҫтар, үҙемдең дә һаулыҡ, күңел торошона ҡарамай сараларҙы, сәфәрҙәрҙе өҫтөн ҡуйыу ғәҙәтем булһа ла, баламды йәлләйем:
- Бәлки өйгә ҡайтырбыҙ?
- Юҡ инде әсәй, - ти эшлекле тон менән Наҙгөл, инде Кәзә костюмын кейә-кейә, - актерҙар ниндәй халәттә булһа ла сәхнәгә сыға бит, мин дә шулай. Балаларҙы әкиәтһеҙ ҡалдырмайбыҙ инде.

Сығыш яһаны "ранен булған кәзә", гимназия кимәлендә 1-се урын яуланылар кластары менән. :) Иртәгәһенә район конкурсында тағы берҙе уйнанылар әкиәтте. Унда еңеү яулап ҡала этабына сыҡтылар хәҙер.

Әле ҡасан ғына анализға бармағынан ҡан алғанға яу һалған бәләкәс һарыбаш күҙ алдында етди, яуаплы, төптән уйлаған, сабыр ҡыҙ булған да ҡуйған. Күҙҙәр генә теймәһен.

Айгөл Ғәбитова.

РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ
РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ
РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ
РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ
РАНЕН БУЛҒАН КӘЗӘ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: