+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июнь 2022, 10:35

Бәшмәк кенә тимәгеҙ.

Ун йыл элек Американың Розвилла ҡалаһынан тәбиғәт фәненән уҡытыусы Мартин Мартинсон әйләнәһе 194,3 сантиметрға тигеҙ булған ямғыр бәшмәген таба.

Бәшмәк кенә тимәгеҙ.
Бәшмәк кенә тимәгеҙ.

1976 йылдың сентябрендә американ Джосеф Оппл 32,6 килограмм ауырлыҡтағы ашай торған бәшмәк тапҡан. Ә иң ҙуры 142,94 см, 136 килограмлы ағас бәшмәген алып ҡайтыу өсөн американ Хайзиға кузовлы автомашина кәрәк була. Бөтөн Британияның Букенгемский графлығында 1854 йылда урмансы Лесер тапҡан ағаста үҫкән бәшмәк 127,38 см ҙурлыҡта була.

Японияла бәшмәктәргә бай таулы район  Канадзовада икән. Унда 108 һәм 168 килограмм ауырлығындағы бәшмәктәр осрай. Ошо 168 кг бәшмәк 1,4 метрға етеп, уның эшләпәһе аҫтында дүрт кеше баҫып торорлоҡ урын булған.

Рәсәйҙә лә кәрзин ҙурлығы бәшмәктәр осрай. 1984 йылда Брянскиҙа бесән сабыусылар 8,5,10, һәм 20 килограммлы ямғыр бәшмәктәренә юлығалар. Уларҙы алып ҡайтыу  өсөн дә машина кәрәк була. 1969 йылда Ивано-Франковск рестораны администраторы баҙарҙа 12,5 килограммлы бәшмәк һатып ала. Ошо бәшмәктән 300 кешегә тәмле аш әҙерләйҙәр.

Бәшмәк яратмаған кеше юҡтыр. Тәмле лә, файҙалы ла. Тик бәшмәк тураһында күбебеҙ белмәй торған ҡайһы бер факттарға ла туҡтайыҡ әле.

Әйтәйек, беҙҙең яҡтарҙа киң таралған, бөтәбеҙҙә тип әйтерлек таный торған баллы бәшмәк (опенок)-ты алайыҡ. Уны беҙ бик тәмле ашамлыҡ тип кенә беләбеҙ. Ә ысынында... Белгестәр әйтеүенсә, урман өсөн бик ҡурҡыныс икән ул. Ныҡ үрсеп ул ағастарҙың тамырҙарын ҡорота. Баллы бәшмәктең үҫемен тотҡарлаусы башҡа бәшмәктәрҙе үрсетеп кенә ҡотолоп була икән. Ҡайһы бер урында шулай эшләйҙәр ҙә икән.

Беләһегеҙме?

  • Бәшмәк ҡан тамырҙарына холестирин ултырыуға ҡамасаулай.
  • Шампиньондар иммунитетты нығыта, шәкәр ауырыуынан дауа.
  • Стенокардияны һәм йөрәк ауырыуҙарын еңеләйтеү өсөн аҡ бәшмәк ашарға кәңәш ителә.
  • Әтәс бәшмәге (лисички) зарарлы бактерияларҙы юҡҡа сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған тәбиғи полувитамин.
  • Шыршы (нарат) бәшмәге (Рыжик) туберкулезға “аяҡ сала”.
  • Майлы бәшмәктә, кәзә бәшмәге (Сморчок) һәм Әтәс бәшмәгендә күреү хәләтен яҡшыртыусы матдәләр бар.
  • Вешенка юғары ҡан баҫымын төшөрә, нерв һәм имун системаларына уңышлы йоғонто яһай, организмде ҡартайыуҙан һаҡлай.

Бәшмәкселәргә биш кәңәш тә бирәйек әле.

  • Үҙегеҙ белмәгән-танымаған бәшмәктәргә теймәгеҙ. Кәрзинкәгеҙгә берҙән-бер аҡ себен бәшмәге эләккән осраҡта ла ҡалған бәшмәктәрегеҙгә шуның ағыуы һеңеп ҡалырға мөмкин.
  • Ҡортлаған йәки ҡартайған бәшмәктәрҙе алмағыҙ: уларҙа ағыулы матдәләр була.
  • Автомобиль, тимер юлдар, ағыулы химикаттар һиптерелгән ҡырҙар, яландар тирәһендә үҫеп ултырыусы бәшмәктәрҙе ситләтеп үтегеҙ. Сөнки улар тупраҡ һәм һауалағы барлыҡ зарарлы матдәләрҙе үҙҙәренә йыя.
  • Бәшмәкте цинк һауытҡа йыйырға ярамай. Бының өсөн сыбыҡтан үрелгән, һис юғы пластмассанан яһалған һауыт яҡшы буласаҡ.
  • Бәшмәк тиҙ боҙолғанлыҡтан, микробтарҙың үрсеүе өсөн яҡшы шарттар тыуа. Шуға күрә уны йыйғандан һуң күп тигәндә 3-4 сәғәт эсендә эшкәртеп ҡуйыу кәрәк.

Нурулла Миһранов.

Автор:Нурулла Миһранов.
Читайте нас: