Ҡайғылы хәбәр килде, йәшлегемдә ҡалған хәтирә яңырҙы, йөрәгемде көйрәтеп алды: Фәриҙә Ғафарова вафат булған... 1966-ның йәйендә мин бер төркөм Белорет педагогия училищеһы студенттары менән тыуған районым Ғафуриҙа пионер лагерында вожатыйҙар булып эшләгәйнек. Беҙгә Өфө театр училищеһы студенткаһы Фәриҙә килеп ҡушылды, күрше ауылдан. Буласаҡ сәхнә йондоҙо тип ҡабул иттек беҙ уны! Үҙе килеп күҙ сағылдырырлыҡ сибәр, ҡоштай ыҫпай кәүҙәле, нәҙекәй билле, ҡара ҡашлы, күҙҙәре осҡон сәсеп тора, ә йырлауы, ә бейеүе! Ул беҙҙе тиҙүк ансамбль итеп ойоштороп, репертуар туплап, яҡын-тирә ауылдарҙа концерт ҡуйырға өгөтләп алды. Белорет егеттәре гармунда уйнай, Венера исемле ҡыҙҙары һинд бейеүен башҡара, мин шиғыр уҡыйым. Көндәрҙән бер көндө лагерға Фәриҙәне күрергә дуҫ егете Фидан Ғафаров килеп төштө. Нисек килгән, нисек эҙләп тапҡан, лагерь район үҙәгенән алыҫ урман аҡланында ине. Йәшлек, мөхәббәт!
Уҡып бөткәс, район гәзитендә эшләп йөрөгәнемдә, ишеттем, Фәриҙә менән Фидан өйләнешкәндәр. Ә күптән түгел улар бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулыуын байрам иткәйнеләр... Ғаиләм менән Өфөгә күсеп килгәс, Фәриҙә миңә һирәкләп шалтыратҡыланы, үҙе эҙләп тапты. Осрашырға форсат сыҡманы, нишләптер. Ике йыл элек ул минең "Йыртҡыс ҡаны" тигән китабымды һорап алды, килеп сыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ, тип саҡырғайным да, мин ауылда, сирләп торам, тине. Китабымды улына, Азаматына, тапшырҙым. Хуш, бәхил бул, Фәриҙәкәй ... Йәнең йәннәттә булһын.
+1 °С
Болотло