Көнгә янған көнөбөҙ
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
Белем көсө кәрәк аҡыллыға,
Заманаһы – тотош яңырыш.
Белемлегә донъя башын эйә,
Мәктәп юлы – оло ҡыуаныс!
Байрам менән һине, тыуған ерем,
Ҡыңғырауҙар сыңы тынмаһын.
Аяҙ күк аҫтында һәр уҡыусы
Белем тауҙарында һыналһын.
Белем байрамына атап
Беҙ сәскәләр үҫтерҙек.
Уҡытыусы, һиңә бөгөн
Иң матурын килтерҙек.
Сентябргә барып тоташалыр,
Башланасаҡ һуҡмаҡ, яңы юл.
Беҙҙең өсөн һағынып, көтөп алған
Сентябрь - ул,гүйә, яңы йыл.
Саҡыра, тағы саҡыра
Ҡыңғырау синыфтарға.
Бөгөндән – “Белем көнөнән”
Уҡыу йылын башларға
Саҡыра, тағы саҡыра
Ҡыңғырау синыфтарға.
Бөгөндән – “Белем көнөнән”
Уҡыу йылын башларға
Хуш киләһең, сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай звонок тауышы.
1 сентябрь бөгөн
Ҡояш әле ҡайнар.
Япраҡтар һарғаймағандар
Ағастар әле байҙар.
Фәүзиә Рәхимғолова
Беренсе сентябрь
Һары япраҡтарын елпеп,
Сентябрь килде беҙгә.
Эй йылмаялар балалар,
Шатланып алтын көҙгә.
Яңы портфель тотоп ҡулға,
Яңы формалар кейеп,
Дәртле баҫып, урамдарҙан
Үтә улар, гөр килеп.
Килә балалар көс йыйып
Яңы хеҙмәткә, эшкә.
Бар теләктәре уларҙың
Уҡырға дүрткә, бишкә.