+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентябрь 2022, 12:11

Әгәр һине кәмһетһәләр...

Һәр мәктәптә осрап ҡуя ул бындай күренеш. Кемдер – батша, кемдер – ҡорбан. Икенсеһенә мәктәпкә йөрөү – торғаны бер яза, көн һайын булмаған сәбәпте бар итеп, бәйләнә лә торалар. Үҫмерҙәр араһында йыш осраған бындай мөнәсәбәт психологияла БУЛЛИНГ тип атала.

Әгәр һине кәмһетһәләр...
Әгәр һине кәмһетһәләр...

Әгәр һине кәмһетһәләр...

Мәктәп коридоры буйлап бер ҡыҙ китеп бара. Ҡарашын аяҡ аҫтына төбәгән дә, кемдәндер ҡурҡҡан кеүек, шәп-шәп атлай. Бына ул тәҙрә янында һөйләшеп-көлөшөп торған бер төркөм ҡыҙҙарҙы урап үтергә маташты. Эй, күрмәҫтәр тимә – шунда уҡ әсе көлөү һауаны ярып үтте: “Яңғыҙ ҡарға, башыңды нығыраҡ эйһәң ни була? Беҙҙең эргәнән үткәндә тубыҡланмайынса китмә!” Йөрәге дарҫлап типкән ҡыҙ, юлына осраған беренсе буш бүлмәгә инеп йәшенде... Яратмайҙар шул уны. Әллә һәйбәт уҡығанғамы, әллә башҡа сәбәп табып күрә алмайҙармы – аңламаҫһың...

Һәр мәктәптә осрап ҡуя ул бындай күренеш. Кемдер – батша, кемдер – ҡорбан. Икенсеһенә мәктәпкә йөрөү – торғаны бер яза, көн һайын булмаған сәбәпте бар итеп, бәйләнә лә торалар. Үҫмерҙәр араһында йыш осраған бындай мөнәсәбәт психологияла БУЛЛИНГ тип атала. Белгестәр әйтеүенсә, бындай хәл менән һәр бер кеше иртәме ул, һуңмы, барыбер күҙмә-күҙ осраша. Рәсәйҙә халыҡ араһында һораулама алғанда үҫмерҙәрҙең һәр береһе буллинг менән таныш булыуы тураһында хәбәр итә. Уларҙы 13 проценты кәмһетелеүгә дусар булыуы, ә 20 проценты тиҫтерҙәрен йәберләүе тураһында йәшермәй һөйләп биргән. Тимәк, ҡалған 63 проценты – ситтән күҙәтеүселәр булып сыға. Әйткәндәй, ҙур ҡалаларҙа буллинг күпкә йышыраҡ осрай.

Буллингтың сәбәптәре төрлө булырға мөмкин. Көнләшеү, тиң күрмәү, шәхси аңлашмаусанлыҡ арҡаһында тыуған проблемалар – былары иң таралғандары. Буллинг ҡорбанына теләһә кем әйләнергә мөмкин. Бында кешенең ниндәй милләткә ҡарауы, төҫкә матурмы-юҡмы, баймы-ярлымы булыуы ла әллә ни ҙур роль уйнамай. Ғәҙәттә уҡытыусының яратҡан уҡыусыһы ҡорбанға әйләнә. Йәки киреһенсә, яратмағаны. Ҡайһы берҙә оло кеше синыф алдында бер кәмһетеү һүҙен әйтеп ысҡындырҙымы – бөттө. Синыфташтары эләктереп ала ла айҙар буйы көлә.

Кәмһетеүҙәрҙең иң ҡурҡыныс төрө – кибербуллинг. Мәҫәлән, берәй фотоңды йәки берәйһе менән яҙышҡаныңды интернет аша дуҫыңа ебәрҙең, йәки яңылыш ҡына үҙеңдең сәхифәңә ҡуйҙың икән, ти. Һинең яңылыш аҙым эшләүеңде көтөп кенә тороусылар (йәки хейтерҙар) шунда уҡ шул мәғлүмәтте бер-береһенә ебәреп, тарата башлай. Һөҙөмтәлә – иртәгәһен мәктәптә бөтөнөһө лә бының турала хәбәрҙар булып сыға, бармаҡ төртөп көлөргә лә күп уйлап тормайҙар. Был осраҡта иң отошлоһо – сәхифәңде юйыу.

Иң беренсе шуны хәтерҙә тоторға кәрәк: буллингты башлап ебәреүсе һәм тиҫтерҙәрен кәмһетеүҙән йәм табыусы  – эстән үҙен бик бәхетһеҙ тойған кеше ул.Тимәк ул үҙенең баһаһын күтәреү өсөн башҡаларҙыҡын төшөрөргә маташа. Бында башҡорттоң бик матур әйтеме кәңәш булып яңғырар: “Көлгә күмһәләр, көлөп сыҡ, балсыҡҡа күмһәләр – балҡып сыҡ”. Йәғни нимә тип көлһәләр ҙә, эстән үҙеңде бөтөрмә. Тыныслыҡ һәм тағы ла – тыныслыҡ. Үсеккән, ҡурҡҡан кешене көндән-көн нығыраҡ баҫым яһайҙар, ә үҙен тыныс тотҡан кеше тураһында яйлап оноталар.

Әгәр һин берәйһен кәмһеткәндәрен күреп тә, бер нисек тә ярҙам итмәһәң, үҙең дә буллингта ҡатнашыусы булараҡ иҫәпләнәһең. Янғынды һыу һибеп кенә һүндереп булған кеүек, буллингты “ҡорбан”ды яҡлашып бөтөрөргә була. “Миңә лә килеп ябырылырҙар” тип ҡурҡырға ярамай, ғәҙәттә, “агрессорҙар” эстән бик ҡурҡаҡ була, үҙҙәренән көсһөҙөрәктәргә генә көстәре етә уларҙың.

Мәктәптәрҙә буллинг мәсьәләһе хөкүмәт кимәлендә уртаға һалып тикшерелде. Быйыл март айында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы мәктәптәрҙә буллингҡа ҡаршы “Янымда бул” проектын тормошҡа ашыра башланы. Был проект буйынса һәр мәктәпкә кәмендә берешәр психолог беркетеләсәк, ышаныс телефондары ҡуйыласаҡ. Әгәр һин тиҫтерҙәрең тарафынан кәмһетелеүгә дусар булһаң, йәки кемделер даими йәберләүҙәрен күрһәң, 8-800-2000-122 һандарын йыйып, хәбәр ит.

Иҫеңдә тот: һин яңғыҙ түгел, беҙ – яныңда!

Миләүшә Баййегетова.

Әгәр һине кәмһетһәләр...
Әгәр һине кәмһетһәләр...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: