+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Сентябрь 2022, 17:20

Гимназияла матур сара уҙҙы

Светофор ролен башҡарыусы Вәхитов Радмир иғтибарлылыҡҡа уйын уйнатты, йомаҡтар ҡойҙо. Мәскәй әбей ролен башҡарыусы Лиана Ғәйнуллина балалар менән юл ҡағиҙәләрен өйрәнде.

Гимназияла матур сара уҙҙы
Гимназияла матур сара уҙҙы

22 сентябрь 1-се синыф уҡыусылары өсөн байрам уҙғарҙыҡ. Байрамға кескәйҙәр етди әҙерләнде. Юлда йөрөү ҡағиҙәләрен ныҡлап өйрәнделәр, исемдәрен, һүрәтләнешен хәтерҙә ҡалдырып, уларҙы боҙорға ярамағанлығын төшөндөләр. Сараны 7-се синыф уҡыусылары "Йәш инспекторҙар" (ЮИД) ярҙамында уҙғарҙыҡ. Алып барыусылар Сәфәрова Светлана һәм Шевчук Артём беренселәрҙең юл йөрөү ҡағиҙәләре тураһында белемдәрен тикшерһә, Светофор ролен башҡарыусы Вәхитов Радмир иғтибарлылыҡҡа уйын уйнатты, йомаҡтар ҡойҙо. Мәскәй әбей ролен башҡарыусы Лиана Ғәйнуллина балалар менән юл ҡағиҙәләрен өйрәнде. Байрамға юл патруль хеҙмәте (ДПС) полиция хеҙмәткәре лейтенанты Игорь Николаевич Иванов, уҡытыусылар, ата- әсәләр, 2-се синыф уҡыусылары саҡырылғайны. Сара аҙағында  беренселәр "Юл йөрөүселәр антын" яттан һөйләне. Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова һәр уҡыусыға "Йәш юл йөрөүсе" таныҡлығы тапшырҙы. Игорь Николаевич Иванов байрам менән ҡотланы, ҡағиҙәләрҙе боҙмай, тәртипле булырға өндәп, ҡараңғыла яҡтыртҡыс наклейкалар таратты. Сара  файҙалы  үтте. Уҡыусылар юлда ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫ тип ышанғы килә.

Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы,

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы

Гимназияла матур сара уҙҙы
Гимназияла матур сара уҙҙы
Гимназияла матур сара уҙҙы
Гимназияла матур сара уҙҙы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: