Синоптиктар фаразынса, быйыл ҡыш Башҡортостанда температура нормаға ярашлы була. Башгидрометүҙәктең алдағы алты һалҡын айға яҡынса фаразы шундай.
Башҡортостанда уртаса айлыҡ температураның түбәндәгесә булыуы көтөлә: октябрҙә +4,3, ноябрҙә +4,4, декабрҙә +10,8, ғинуарҙа +12,5, февралдә +11,7, мартта +5,1 градус.
Ноябрҙә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ булыуы, декабрҙә температураның норманан аҙ ғына тайпылыуы фаразлана. Октябрҙә, ғинуарҙа, февралдә һәм мартта республикала уртаса температураның нормаға ярашлы булыуы көтөлә.
Мәғлүмәт: Башинформ сайтынан алынды