Белорет районы хакимәите башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Белорет районы эшҡыуарҙары Башҡортостан батальондарына, ирекмәндәргә һәм әле өйрәнеү полигонындағы мобилизацияланған яҡташтарға ярҙам итеү өсөн 300 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. «Доставалов һәм Шайморатов исемендәге батальондарға гуманитар ярҙам йыя башлағас, Белорет эшҡыуары Резеда Сәйҙәрова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һәм эшҡыуарҙар чатында саҡырыу урынлаштырҙы, аҡса йыйырға һәм кәрәк-яраҡтар һатып алырға тәҡдим итте. Бер аҙна эсендә өс йөҙ мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән. Резеда Рифғәт ҡыҙында барлыҡ исемлектәр һәм чектар йыйылған, кешеләр йөҙ һумдан илле меңгә тиклем аҡса күсергән», — тип яҙа Андрей Иванюта. Беҙ иһә Резеда Рифғәт ҡыҙы Сәйҙәрова менән бәйләнешкә индек. Ул — Белорет районында билдәле шәхес, урындағы ҡоролтай ағзаһы, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уңышлы эшҡыуар. Уның менән яҡындан аралашҡан кешеләр уңған ханымды йәмғиәттге киҫкен социаль проблемаларға, ярҙамға мохтаждарға битараф ҡала белмәгән оло йөрәкле милләттәшебеҙ, тип тә билдәләй. Ошо һүҙҙәрҙе эш менән иҫбатлай Резеда ханым: яҙ көнө, махсус хәрби операция башланғас, ул урындағы эшҡыуарҙарҙы ойоштороп, 103 мең һум самаһы аҡса йыйыуҙы ойошторған. Әле иһә, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам кәрәк тигәс, ул тағы ла яҡташтарына, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт иткән һәм тағы ла шәфҡәтлелек акцияһын башлап ебәргән. – Район хакимиәте етәкселеге, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе әүҙем һәм бергә эшләй. Эшҡыуарҙарға ла ҙур рәхмәт: бер һүҙһеҙ ярҙам акцияһына ҡушылдылар һәм аҡса, әйберҙәр йыя башланылар. Ойоштороусы булараҡ, был йәһәттән яуаплылыҡ тоям: барлыҡ йыйылған аҡсаларҙы, әйберҙәрҙе теркәп барам, отчет яһайым. Һәр эштә тәртип булырға тейеш. 198 кеше көсө менән 315 мең 210 һум аҡса йыйылды. Махсус исемлек буйынса йылы кейем һәм аяҡ кейеме (резина итектәр - 73 пар, шапкалар, балаклавтар, футболкалар, ойоҡбаштар, бирсәткәләр) туристик ултырғыстар, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена предметтары һәм башҡа әйберҙәр һатып алынды. Хатта Белоретта эшләүсе Тажиҡстан, Вьетнам кешеләре, шәхси магазин хужалары һалдаттар өсөн йылы кейем – камуфляж комбинезондарын, берцы, шапка, ойоҡбаштар килтерҙе. Бәғзе кешеләр кәрәк-яраҡтарҙы, йылы әйберҙәрҙе Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташтары өсөн йыйҙы, ә башҡа әйберҙәр һәм аҡсалар мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн тотоноласаҡ, – ти Резеда Рифғәт ҡыҙы. «Z» билдәһе менән һалдаттар өсөн махсус таҫмалар тегеүҙе лә ойошторған. Күп эшҡыуарҙар һәм халыҡ «Белореттан мобилизацияланған егеттәргә Z» тигән билдә менән аҡса күсергән. Кисә йыйылған аҙыҡ-түлектең һәм кейемдең бер өлөшө Ҡазанға, хәрби күнегеүҙәр полигонындағы яҡташтарыбыҙға йүнәлгән. “Башҡа посылкалар ҙа ирекмәндәргә тапшырыу өсөн әҙер. Сығанаҡтар Шайморатов батальонының алдынғы һыҙыҡта булыуын хәбәр итә. Посылка ебәреү шарттарын белеү өсөн комбаттың бәйләнешкә сығыуын көтәләр. Белореттарға, эшҡыуарҙарға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт” - тип яҙа был хаҡта Андрей Иванюта.
Скопировано с сайта: «Арабыҙҙа битарафтар юҡ» - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/3530-spasibo-predprinimatelyam-za-podderzhku-nashih-parnej/