+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октябрь 2022, 15:12

Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө

Йылмайыу кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ә иммун системаһын да нығыта.  Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған:

Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө
Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө

Йылмайыу кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ә иммун системаһын да нығыта. Тағы йылмайыу “йоғошло” икән. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә йылмайғың килер. Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған:

– стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);

– бәхетлерәк итә;

– 53 мускулды эшләтә;

– тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);

– карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлө күренә бит);

– йөҙҙөң иң күренгән торошо (йылмайған ауыҙ 100 метрҙан күренә);

– ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан “шөғөлө”;

– йөҙҙө матурайта.

Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө
Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: