Көҙгө сәйәхәт
Быйыл көҙ ҡояшлы көндәргә бай түгел тиһәң дә була. Ләкин беҙгә тигәндә көн ҡояшлы, матур торҙо. Беҙ 5-се синыф уҡыусылары Ҡараташ тауына сәйәхәткә сыҡтыҡ. Беҙ уҡытыусы апайыбыҙ менән бергәләп, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ. Уйнап-көлөп алғандан һуң, күңелле генә итеп ултырып, тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Ҡайтышлай апайыбыҙ Көрпә йылғаһын күрһәтте һәм йылғаның файҙалы икәнен һөйләне. Был экскурсия беҙгә ныҡ оҡшаны. Киләсәктә лә күп ерҙәргә сәйәхәт итергә хыялланабыҙ.
Мәхмүтова Диана, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.