+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Октябрь 2022, 10:35

Бәпес мунсаһы

Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда ошолай тип әйтемләгән боронғолар:Һап! Һап! Һап! Һап!Мунса ташы, бүрәнә башы,Атаң киҫкән утын түгел,Инәң яҡҡан мунса түгел,Айыу, бүре балаһы!Айыуҙай аға бул,Бүреләй буға бул!

Бәпес мунсаһы
Бәпес мунсаһы


Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда ошолай тип әйтемләгән боронғолар:

Һап! Һап! Һап! Һап!
Мунса ташы, бүрәнә башы,
Атаң киҫкән утын түгел,
Инәң яҡҡан мунса түгел,
Айыу, бүре балаһы!
Айыуҙай аға бул,
Бүреләй буға бул!
Ата-инәле -
Алтын ҡанатлы бул!
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима ҡулы!
Ят та йоҡла, тор ҙа уйна!
Һап! Һап! Һап! Һап!
Олоно "оло" тип әйт,
Бабаны "баба" тип әйт,
Әбейҙе "әбей" тип әйт,
Ағайҙы "ағай" тип әйт,
Үҙеңдән олоно "ағай" тиң,
Үҙеңдән олоно "апай" тиң,
Һап! Һап! Һап!
С-у-у-п! Тфү! Тфү! Тфү!

 

Юлдаш радиоһы сайтынан.

Бәпес мунсаһы
Бәпес мунсаһы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: