+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ноябрь 2022, 13:21

Моңло, маҡсатлы, “Аманат”лы ҡыҙ – Лиана!

Лиана Исхаҡова – Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы. Ул 5-се синыфтың тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, тырыш, әҙәпле, ярҙамсыл, бик матур уҡыусыһы.

Моңло, маҡсатлы, “Аманат”лы ҡыҙ – Лиана!
Моңло, маҡсатлы, “Аманат”лы ҡыҙ – Лиана!

Лиана Исхаҡова – Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы. Ул 5-се синыфтың тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, тырыш, әҙәпле, ярҙамсыл, бик матур уҡыусыһы. Синыфташтары араһында ла ихтирамлы. Синыфтың лидеры ул. Һәр эшкә яуаплы ҡарай. Ҡушылған эштәрҙе үҙ мәлендә теүәл итеп үтәү –  Лиананың характерында төп һыҙат. Китаптар уҡырға ярата. Яуымбай ауылы китапханаһының иң әүҙем китап уҡыусыһы. Ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған сараларҙың уртаһында әүҙем ҡатнаша.
Синыф етәксеһенең дә уң ҡулы ул Лиана. Мәктәптә үткән барлыҡ эштәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғылар рәтендә беҙҙең Лиана.
Яңынан-яңы үрҙәр яуларға ынтылып ҡына торған, яҡшы күңелле Лиана киләсәктә табип һөнәрен һайларға уйлай. Моңло тауышлы ҡыҙ йырларға ярата. Сәхнәлә кешеләргә моң өләшеүгә лә ваҡыт табырмын, ти ул.
- Табип булып, кешеләргә ярҙам итеп, уларҙы дауалап, һауыҡтыра алһам ине. Бер кем дә ауырымаһын, һау булһындар, - ти ул.
Лиананың ата-әсәһе балаларына күп итеп гәзит-журнал яҙҙыра. Мәғлүмәтле, зирәк балалар "Аманат" журналын яратып уҡыйҙар.
Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, 5-се синыфта ғына уҡыһа ла етди, үҙ-үҙенә талапсан, яғымлы һөйләшкән, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, яҡшы күңелле Лианаға алдағы көндәрҙә тик уңыштар юлдаш булыуын ғына теләйек!
Бәхетле бул! Йылмайып йәшә, Лиана!

Сәйҙә Сәйәхова,

Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Моңло, маҡсатлы, “Аманат”лы ҡыҙ – Лиана!
Моңло, маҡсатлы, “Аманат”лы ҡыҙ – Лиана!
Автор:Сәйәхова Сәйҙә
Читайте нас: