+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2022, 14:10

Урлашыу: сирме әллә ғәҙәтме?

Клептомания – ул уғрылыҡ сире. Уның менән “ауырыған” кеше урлашмайынса түҙә алмай.

Урлашыу: сирме әллә ғәҙәтме?
Урлашыу: сирме әллә ғәҙәтме?

Урлашыу: сирме әллә ғәҙәтме?

Кеше тарафынан урланған иң ҙур әйбер – йөк күтәреүсәнлеге 10639 тонна булған пароход. 1966 йылда Н. Уильям Кеннеди исемле әҙәм Канадалағы Изге Лаврентий ҡултығында туҡтаған судноны урларға маташыуы менән хатта Гинесс рекордтар китабына ингән. Кәрәк булғаны өсөн урламаған ул, ә бары тик һөҙөмтәһе ҡыҙыҡһындырған был кешене.

Һуңғы ваҡытта һәр урлашҡан кешене клептоман тип атай башланылар. Әммә психиатрҙар бының менән килешмәй. Улар иҫәпләүенсә, клептомания – кеше психикаһының боҙолоуы.

Клептомания – ул уғрылыҡ сире. Уның менән “ауырыған” кеше урлашмайынса түҙә алмай: улар  дозанан һуң ләззәт кисергән наркомандар кеүек. Клептоманияны ваҡытында асыҡлап, сараһын күрһәң, үтеүе ихтимал. Шуны иҫтә тотоу мөһим: клептоманияны медицина ярҙамында түгел, ә аңлатыу эше алып барыу арҡаһында ғына дауаларға мөмкин. Әммә ҡайһы берәүҙәр был ҡылыҡтарынан арына алмай, ғүмер буйы урлашырға мөмкин. Бай ғаиләнән булған клептоман үҙе кеүек “текә” булырға өндәп, дуҫтарын да был эшкә йәлеп итергә мөмкин. Ундайҙар үҙҙәрен сит ил эстрада һәм кино йондоҙҙары араһында ла клептомандар булыуы менән аҡларға маташа, йәнәһе, билдәле кешеләр ҙә “урлаша”.  

Белгестәр раҫлауынса, клептомандар үҙҙәренә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе урлай. Һуңынан ул ҡылығы өсөн оялырға, үкенергә мөмкин. Ул урлап алған әйберҙәрен ҡулланмай, уларҙы йәшереп ҡуя, ҡыйыулығы еткәне хужаһына кире ҡайтара. Кемдер сәғәт, кеҫә телефоны, помада, велосипед кеүек әйберҙәрҙе урлаһа, бәғзеләр супермаркеттарҙан аҙыҡ-түлек, айырыуса тәмле-татлы ризыҡты урлауға өҫтөнлөк бирә. Ҡайһы берҙәрен ялтырауыҡ әйберҙәр йәлеп итә. Хатта иң “оҫта” клептомандар ҙа көн һайын урлашмай. Клептоман ҡомарлы уйын уйнаған кешегә оҡшаш. Һәр бер урлашыуынан ул ҡәнәғәтлек кисерә. Бурға эшенең һөҙөмтәһе ҡыҙыҡ булһа, клептоманға – урлашыу процесының барышы.

Балалар клептоманияһы ата-әсә өсөн борсолоулы хәл. Уғрылыҡ, кеше әйберен һорауһыҙ алыу кеүек күренештәр мәктәп йәшендәге уҡыусылар  араһында йыш күҙәтелә. Клептомания 5-10 йәшлек балалар араһында күберәк таралған. Ғәҙәттә, балалар шуҡ һәм тиктормаҫ булыуҙары арҡаһында бындай хәлдәргә тарып ҡуя. Ата-әсәнең ваҡ-төйәк өсөн (һағыҙ, шоколад һ.б алырға) аҡса бирмәүе лә баланы һорауһыҙ кеше әйберен алыуға этәрергә мөмкин.

Клептоманияны түбәндәге билдәләр буйынса асыҡларға мөмкин:

  • әгәр кеше үҙенә кәрәкмәһә лә һәр ваҡыт нимәлер урлағыһы килһә;
  • урлашыу алдынан шатлыҡ кисерһә;
  • урлашыу барышында, йә һуңынан ҡәнәғәтлек кисерһә;
  • бур шизофрения сире менән яфаланмаһа.

Клептомания тулыһынса өйрәнелмәгән. Ҡайһы берәүҙәр уны еңеп булмай, клептомандар яйлап енәйәтсегә әүерелергә мөмкин тип иҫәпләй. Клептомания менән интеккән кеше үҙен башҡаларҙан кәм һәм яңғыҙ итеп тоя, был тойғо уларҙы эргә-тирәләгеләргә үс ҡайтарыуға этәрә. Уның менән ваҡытында көрәшмәһәләр, баланың төрмәгә эләгеүе лә ихтимал. Күптәр был сир кешенең йәшәү рәүешенә бәйле тип иҫәпләй. Ләкин клептомандар араһында өлгөлө, хәлле йәшәгән ғаиләләрҙән булған үҫмерҙәр ҙә йыш осрай. Ата-әсә балаһының урлашыуын белеп, уны кеше араһында оялтырға, ғәйепләргә тырыша, хатта ҡул көсө лә ҡуллана. Ундай балаларға яза биреү менән генә клептоманиянан арындырып булмаясаҡ, ә, киреһенсә тик агрессия тыуҙырырға мөмкин. Яҡындарығыҙ клептомания менән ауырый икән, уларға яҡшы психотерапевҡа мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ дини һәм тәрбиәүи яҡтан аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.

Кешенең әйберен үҙләштереү динебеҙҙә оло гонаһтарҙан һанала. Ҡайһы бер ғәрәп илдәрендә әле лә урлашҡан өсөн ҡаты яза бирелә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (салаллаһу ғәләйһи үә сәләм) үҙенең бер хәҙисендә: “Ҡиәмәтә көнөндә иң тәүгеләрҙән булып һораласаҡ 4 нәмә: ғүмереңде нисек үткәреүең,  йәшлегеңде нимәгә сарыф итеүең, мал-мөлкәтеңде ҡайҙан алыуың һәм нимәгә тотоноуың һәм белемеңде нимәгә файҙаланыуың”, – тигән. Кеше әйберенә ҡул һуҙыуҙан алда ниндәй оло гонаһҡа табан юл тотоуың хаҡында уйла!

Зөһрә ҠУНАФИНА.

Урлашыу: сирме әллә ғәҙәтме?
Урлашыу: сирме әллә ғәҙәтме?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: