ҺӨЙӨНСӨ!
“Аманат”тың декабрь һаны донъя күҙе!
Дуҫтар! Бик тиҙҙән “Аманат”тың сираттағы һанын ҡулығыҙға алырһығыҙ. Ул һеҙҙе мөғжизәле, тылсымлы байрам иленә илтер, тип ышанабыҙ.
Аҡъюлай һаны йыллыҡ эшебеҙгә йомғаҡ яһағандай, 2022 йыл “Йәш хәбәрселәр”ен, лауреаттарыбыҙҙы, төрлө конкурстар еңеүселәрен иғлан итә. Йыл буйына “Аманат” журналы менән тығыҙ бәйләнештә булған әүҙем авторҙарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә “Аманат”тың ижадсы дуҫтары тағы ла күбәйер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
14 декабрь халҡыбыҙҙың билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Башҡорт теле көнөн байрам иттек. Ошо матур байрамға арналған мәҡәләләр журналдың һәр битен биҙәй. “Пионер”ҙың (“Аманат”) боронғо һандары менән әлегеләрен сағыштырғанда, башҡорт-әҙәби теле үҫә, камиллаша ғына бара. Ошоға дәлил итеп, 1938 йылдың аҡъюлай һанында донъя күргән Нәжип Иҙелбайҙың MOROZ BABAJ (“Мороз бабай”) шиғырын уҡырһығыҙ.
2023 йылдың хужаһы – Ҡуян. Ә тәбиғәт ҡосағында көн иткән ысын ҡуяндар ниндәй була икән? Әкиәттәрҙә һөйләнгәнсә, улар ысынлап та, йомшаҡ, етеҙ, ҡурҡаҡ, хәйләкәрме? Азамат Байрамғәлин ағайығыҙ һеҙҙе урманда йәшәгән ҡуяндар менән бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә аша таныштыра.
Мәктәптәрҙә үткән Яңы йыл иртәлектәренә сценарийҙар бик тә кәрәк. Был һанда Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның мажаралы “Аҡйегеттең батырлығы” сценарийы мәктәп уҡыусыларына ҙур бүләк булыр, тип ышанабыҙ. Һоҡланғыс һүрәттәрҙе рәссам Диана Латыпова эшләгән.
Изге эштәр беҙҙе кешелекле һәм яҡшыраҡ итә. Саф күңел, хәстәрлек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәү – йәшәйешебеҙҙе күркәмерәк яһай. “Бәләкәй сағымда, өләсәйем баҙарҙан миңә төрлө тәмлекәстәр алып килә лә: “Ҡуян күстәнәс ебәрҙе!” – ти торғайны.
Хәҙер ул ҡартайҙы. Йөрөмәй ҙә тиерлек. Ята ғына. Мин уға төрлө тәмлекәстәр ташыйым. Мин дә: “Өләсәй, ҡуяндан күстәнәс килтерҙем!” – тием. Яратам мин өләсәйемде!”
Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә. Кемдер Ҡыш бабайға хат яҙа. Теләктәр теләп, уларҙың тормошҡа ашыуын көтә. Ә Ҡыш бабайҙың барлығына ышанағыҙмы һуң үҙегеҙ? Яңы йылдың ниндәй мөғжизәһе иҫтә ҡалырҙай булды? Ошо һорауҙарға яуапты Хөрмәтулла Үтәшев, Азамат Байрамғәлин һәм һигеҙ йәшлек Батырхан исемле егет яуап бирә.
Һалҡындар башланыу менән киҫкен респиратор ауырыуҙар кешенең тамаҡ, ауыҙ ҡыуышлығы, танауҙың лайлалы өлөшөндә йәшәй. Организмдың сиргә ҡаршы тороу һәләте түбәнәйә, сир башлана. Яңы йыл байрамы, оҙайлы каникулдар алдынан ошо күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн, балалар, йылы кейенеп йөрөргә,өшөмәҫкә тырышығыҙ. “Сәләмәт бул!” рубрикаһы энтеровирус ауырыуын профилактикалау, йоҡтормау сараларын күреү буйынса кәңәштәрен бирә.
Дуҫтар! Уҡыу йылының икенсе сиреген тамамлау алдында тораһығыҙ. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Ҡышҡы каникулдарығыҙ күңелле үтһен! Журналдың тышлығын биҙәгән шәп егет, Өфө районы Миловка мәктәбенең уҡыу алдынғыһы Урал Хәлитов кеүек күп китаптар уҡығыҙ, шиғырҙар ятлағыҙ, саңғыла йүгерегеҙ, һәр эштә лә өлгөрлөк күрһәтегеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итегеҙ, ҡусты-һеңлеләрегеҙ менән ҡыҙыҡлы уйындар уйнағыҙ, “Аманат” менән һәр ваҡыт бергә булығыҙ!
Ә ”Аманат” менән бергә булыр өсөн 2023 йылға яҙылыу ҙа етә. Етмәһә, ЯҘЫЛЫУСЫЛАР АРАҺЫНДА "ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ!" КОНКУРСЫ ойошторола. УНДА ВЕЛОСИПЕД, КВАДРОКОПТЕР ҺӘМ БҮТӘН ҠИММӘТЛЕ БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛА.
"АМАНАТ"ҠА ЯҘЫЛЫҒЫҘ ҺӘМ БҮЛӘКТӘР ОТОҒОҘ!
БЕР ЙЫЛҒА ЯҘЫЛЫУ ХАҠЫ - 751 ҺУМ ДА 48 ТИН, ЯРТЫ ЙЫЛҒА - 418 һум да 26 тин. ЙӘҒНИ БЕР ЙЫЛҒА ЯҘЫЛЫУ 85 ҺУМҒА АРЗАНЫРАҠҠА ТӨШӘ.
20 декабрь подписка тамамлана. Ашығығыҙ!