+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2022, 15:50

Етеп килгән Яңы 2023 йыл мөбәрәк булһын!

Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

Етеп килгән Яңы 2023 йыл мөбәрәк булһын!
Етеп килгән Яңы 2023 йыл мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ! 2023 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

Яңы – 2023 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ.

 

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

 

 

Яңы йылды көтә бар ғәләм дә

Кәйефтәрҙе, күңелдәрҙе күтәрә

Тирә-яҡты матурлыҡҡа биҙәй

Изгелек һәм шатлыҡ килтерә

 

Ер әйләнә Яңы йылға табан,

Күпме бәхет, шатлыҡ күтәреп,

Секунд һайын муллыҡ артып тора

Тик сыҙаһын ғына күсәре!

Яңы йылда донья тыныс булһын

Һинең, минең беҙҙең бәхеткә.

Ай бәүелгән көмөш сәңгелдәктә.

Ҡояш йөҙһөн алтын тәхеттә.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

 

 

Ғ.Рамазанов
ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
Өй түрендә күркәм ҡунаҡ –
Йәшел кейемдән,
Оҙатып килгәндәр уны
Ҡуян, тейендәр.
Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ
Бөтә ил менән.
Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!

Хх

Р.Янбулатова
ЙЫЛ БАЙРАМЫ
Шыршы матур, шыршы матур,
Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.
Энәләрен ҡоймай бер ҙә,
Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.
Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар
Йылтырайҙар шыршыла.
Эх, күңелле, бик күңелле
Яңы йылды ҡаршылау.
Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш бабай ҙа ярата.
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип
Беҙгә бүләк тарата.

Хх

А.Йәғәфәрова
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Ҡар бурандарын уйнатып,
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш бабай елә.
Дуғаһында ҡынғырауҙар
Сылт-сылт сыңлайҙар.
Ҡуян, айыу һәм балалар
Шуны тыңлайҙар.
Ә санала күҙҙең яуын
Ала йәш шыршы.
Ҡыш бабайҙың бүләге ул
Байрамға ҡаршы.
Тиҙҙән булыр ошо шыршы
Өйҙөң түрендә.
Йондоҙ балҡытып саҡырыр
Беҙҙе үҙенә.

Хх

 

Хәким Ғиләжев
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә;
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,
Еҙ ҡыңғырау – ай елә;
Арғымаҡтарын ярһытып,
Беҙгә яны йыл килә.

хх

Теләктәр.Фәнил Бүләков
Сағыу уттарын балҡыта
Йәшел энәле шыршы.
Яңы йыл баҫҡан тупһаға
Сығып алайыҡ ҡаршы!
Өмөт менән ҡул һуҙайыҡ,
Әйҙәйек уны түргә.
Бәхетле булһын яңы йыл,
Муллыҡ килтерһен Ергә.
Һөйгәндәр һөйөлөп кенә,
Шатлыҡтар өйөлөп кенә,
Килер булһын ошо йыл.
Ҡот килтерһен Яңы йыл!
Тик килтермәһен беҙгә
Йөрәктең әрнеүҙәрен.
Кешеләрҙең кешеләргә
Нахаҡҡа рәнйеүҙәрен.
Яңы йыл атлай тупһанан,
Килер йылға ул хужа.
Ошо йылда беҙҙән, дуҫтар,
Ҡасып китһен бар нужа!
Фәнил Бүләков

Хх

Мәрйәм Күсмәҽва
Яңы йыл алдынан
Бар тирә-яҡ көтә Яңы йылды,
Матурлана әлҽ-әлҽнән.
Яңы ғына һыуҙа ҡойонғандай,
Caфлыҡ аңҡый төҫлө һәр ҽрҙән.

Aғастарҙа аҡ ҡар йоҡомһорай,
Күҙҙҽ ҡамаштырыр аҡлығы.
Аҡ күбәләк булып ҡуна кҽүҽк,
Кҽшҽләргә байрам шатлығы.

Әкиәттәгҽ кҽүҽк.Әйтҽрһҽң дә,
ҡайғы-хәсрәт бҽр ҙә булмаған.
Мин үҙҽм дә әлҽ ҡар ҡыҙылай,
Килдҽм ошо сихри донъянан.

Хх

Минира Бикәнәсова
Йыл
Фәрештәнең ҡанатылай
Ҡаурый-ҡаурый ер өҫтө.
Ысынбарлыҡ мөғжизәгә
Әйләнер генә төҫлө.
Ҡыш донъяға хужа булып
Бейетә устарында,
Аҡ миҙгелдең-аҡ ҡунағы
Ҡуна бит остарына.
Ваҡыттан да етеҙерәк
Ҡар бөртөктәре елә.
Йыл биттәрен теүәлләргә
Ер урап ҡайтып килә.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Теги:яңыйыл
Читайте нас: