-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ғинуар 2023, 18:14

Бөрйәндәр “Аманат”ты уҡый!

Бөрйән районының Байназар ауылы почтаһына бөгөн бик күп “Аманат” килеп тулған! Нисәү тиһегеҙме?.. Был турала беҙгә Байназар почтаһы почтальонкаһы Рәзилә Сәғәҙәтдин ҡыҙы Буранғолова һәм Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова һөйөнсөләне.

Бөрйәндәр “Аманат”ты уҡый!
Бөрйәндәр “Аманат”ты уҡый!

Байназарға бөгөн бик күп “Аманат” килеп тулған!

Бөрйән районының Байназар ауылы почтаһына бөгөн бик күп “Аманат” килеп тулған! Нисәү тиһегеҙме?

200-ҙән ашыу!

Был турала беҙгә Байназар почтаһы почтальонкаһы Рәзилә Сәғәҙәтдин ҡыҙы Буранғолова һәм Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова һөйөнсөләне.

Рәзилә Сәғәҙәтдин ҡыҙы әйтеүенсә Байназар ауылының үҙенә генә 175 дана “Аманат” килгән. Ҡалған журналдар Байназар  почта бүлексәһенә ҡараған ауылдарға тараласаҡ. Яуымбай мәктәбе, беренселәрҙән булып, тотош мәктәп менән “Аманат”ҡа яҙылып, бөтөн районға үрнәк күрһәткәйне. Ошо һәйбәт башланғысты дауам итеп, Байназар мәктәбе лә тотош мәктәп менән “Аманат”ҡа 2023 йылға яҙылды!

Мәктәбе менән “Аманат”ҡа яҙылыусы уҡыусыларға йырлы-моңло дискотека-концерт Яуымбай мәктәбендә гөрләгәйне. Ошондай уҡ матур байрам сараһы тиҙҙән Байназарҙа ла үтер тип, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.

“Аманат” журналына әүҙем яҙҙырыусы һәм таратыусы алыҫтағы яҡын дуҫтарыбыҙ:

- “Уҡыусылар! “Аманат”тар һеҙгә юллана!”- тип, Рәзилә Сәғәҙәтдин ҡыҙы бөгөн уҡыусыларҙы һөйөнсөләне.

Яуымбай ауылдарында 14 йыл почтальонка булып  эшләүсе Миләүшә Юлай ҡыҙы Буранбаева.

Бөрйәндәр “Аманат”ты уҡый!
Бөрйәндәр “Аманат”ты уҡый!
Бөрйәндәр “Аманат”ты уҡый!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: