0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Март 2023, 11:43

Балалар бер-береһен кәмһетмәһен!

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа балалар коллективтарында эҙәрлекләүҙе, үсекләүҙе иҫкәртеү буйынса күрһәтмәгә ҡул ҡуйылды.

Балалар бер-береһен кәмһетмәһен!
Балалар бер-береһен кәмһетмәһен!

Эшсе төркөмдө Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина етәкләйәсәк. Унда шулай уҡ  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Республика ата-әсәләр советы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәре вәкилдәре, мәктәп директорҙары, ғилми йәмәғәтселек, судьялар берләшмәләре вәкилдәре лә ингән.

Буллинг менән бәйле мәсьәләләр буйынса байтаҡ ведомстволар, министрлыҡтар шөғөлләнә. Парламенттағы төркөм иһә координатор, ойоштороусы ролен үтәйәсәк. Иң беренсе сиратта буллинг тураһында фекерҙәрҙе туплап, был өлкәлә хәлдең ниндәй торошта икәнен, артабан эште нисек дауам итергә кәрәклеген асыҡларға кәрәк. Тәүге ултырыш 23 мартҡа тәғәйенләнгән.  

 Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв: "Буллинг мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Күп мәктәптәр өйҙән сүпте сығармаҫ өсөн килеп сыҡҡан конфликттарҙы үҙ аллы хәл итергә тырыша. Шуға ла был мәсьәләнең ысынында ниндәй кимәлдә икәнен күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Бынан тыш, социаль селтәрҙәрҙә кибербуллинг тигән күренеш барлыҡҡа килде. Шулай итеп, балалар һәр ваҡыт хәүеф янағанын тоя. Чаттар  ул йәмәғәт урыны икәнен аңлатырға кәрәк. Бында анонимлыҡ һәм язаһыҙ ҡалыу булырға тейеш түгел. Ошоноң буйынса ла эшләйәсәкбеҙ", - тип белдергән. 

Фото: yandex.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: