22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, марттың өсөнсө декадаһында, республикала уртаса һауа температураһы норманан 4-7 градусҡа юғарыраҡ була.
26 марттан 9 апрелгә тиклем дала йылғаларының боҙҙан әрселә башлауы көтөлә.
Был аҙнала уҡ көндәр йылыта башлай. Бөгөн +8 градус, ә йәкшәмбе +11 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Төнөн дә һауа температураһы плюс буласаҡ.
Йорттоң тирә-яғын, һыу үткәреү торбаларын, канауҙарҙы ҡарҙан таҙартып ҡуйырға онотмағыҙ.
Яҙ миҙгелен имен-аман, ҡыуаныс менән ҡаршы алырға яҙһын!