+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2023, 16:08

Мәктәп форумы көтөлә

Йәйге каникулдар ҡыҫҡартылырмы? Был туралағы һорауға Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин аңлатма бирҙе.

Мәктәп форумы көтөлә
Мәктәп форумы көтөлә

Бөгөн, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Һөйләшеү 6-7 апрелдә Өфөлә үтәсәк “Юғары ос!” мәктәп форумына арналды. Айбулат Вәкил улы журналистарҙың мәғариф тармағына ҡағылышлы башҡа һорауҙарына ла яуап бирҙе.

Билдәле булыуынса, “Юғары ос!” форумы беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы 2019 йылда уҙҙы. Был проект үҙенең кәрәклелеген иҫбатланы, күләмле сара статусын алды. Ошо форумдарҙа мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде: биш көнлөк уҡытыу режимына күсеү, ауыл мәктәптәрендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар бүлеү, билингваль һәм полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, берҙәм тәрбиәүи киңлек булдырыу (“Тематик шәмбеләр”), туҡландырыуҙы ойоштороу, стоматология кабинеттары һәм Республика белем биреү сифатын баһалау үҙәге асыу һәм башҡалар.

6-7 апрелдә баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында сираттағы “Юғары ос!” мәктәп форумы үтә. Форум сиктәрендә алты фекер алышыу майҙансығы булдырыласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү мәсьәләләрен, педагогтарҙы аттестациялау системаһындағы үҙгәрештәрҙе, яңы белем биреү программаларын һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә идара итеүҙе тикшерәсәк. Форумдың икенсе көнөндә, 7 апрелдә, педагогик белем биреү, маҡсатлы уҡытыу, инклюзив белем биреү темаларына, тәрбиә системаһына арналған тағы ла биш һүҙ дискуссия майҙансығы ойошторола. Шулай уҡ балалар һәм йәштәрҙең ижтимағи-дәүләт хәрәкәтен ойоштороу буйынса “Беренселәр командаһы” муниципаль координаторҙарын уҡытыу буйынса стратегик сессия планлаштырылған.

Форум пленар ултырыш менән тамамланасаҡ. Унда фекер алышыу майҙансыҡтарында яңғыраған тәҡдимдәр барланасаҡ.

Матбуғат конференцияһы барышында БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин урта һөнәри белем биреү системаһының үҫеш йүнәлештәре тураһында ла ентекле һөйләне. Бөгөн мәктәптәрҙә был йәһәттән профориентация эше 6-сы синыфтан алып барыла. Бынан тиҫтә йыл самаһы ғына элек 9-сы синыфты тамамлаусыларҙың 30 проценты урта һөнәри белем алыуға өҫтөнлөк бирһә, бөгөн колледждарҙы һайлаусылар нисбәте – яҡынса 70 процент. Республикабыҙҙа 98 урта һөнәри уҡыу йорто уңышлы эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, заман талабына ярашлы белем биреүгә, яңы йүнәлештәр асыуға ҙур иғтибар бүленә. Ысынлап та, республика колледждарындағы шарттар, оҫтаханаларҙың йыһазландырылыу кимәле йылдан-йыл яҡшыра бара. Был йәһәттән Айбулат Вәкил улы Өфө машиналар эшләү колледжын миҫалға килтереп, журналистарҙы ошо уҡыу йортона матбуғат турына саҡырҙы.

Кәңәшмәлә шулай уҡ мәктәп автобустары, мәктәптәргә йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеү, уҡыусыларҙың белемен баһалау системаһы, капиталь ремонт һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны һәм уларҙың һәр береһенә яуап алынды. Әйткәндәй, министр йәйге каникулдың ҡыҫҡарыу ихтималлығы тураһында таралған хәбәргә лә аңлатма бирҙе. Уҡыусыларҙың һәр звеноһы өсөн уҡыу планы уҡыу көндәре һанына ярашлы раҫланған. Уҡыусыларҙың йәйге каникулын ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ алып барылмай, тине министр. 

Гөлдәр Яҡшығолова

 

Мәктәп форумы көтөлә
Мәктәп форумы көтөлә
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: