+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2023, 16:04

БӨГӨН ЭРЗИНКӘ ГАЛУШ КӨНӨ!

Бала инем. БөтәбеҙгәӘсәйем галуш алды.Бүлештеләр. Бәләкәсе,Матуры миңә ҡалды.

БӨГӨН ЭРЗИНКӘ ГАЛУШ КӨНӨ!
БӨГӨН ЭРЗИНКӘ ГАЛУШ КӨНӨ!

Календарҙа ниндәй генә байрамдар юҡ. Бөгөн эрзинкә галуш көнө! Айырыуса яратып кейгән галушты, кем генә кейеп ҡараманы икән?!.
Был еңел, уңайлы аяҡ кейеме беҙҙең илдә, ауылдарҙа бигерәк тә, шул тиклем популяр: уны йыл әйләнәһенә аяҡтан төшөрмәйбеҙ. Рәхәт тә инде: эләктерҙең дә йүгерҙең...


Бала инем. Бөтәбеҙгә
Әсәйем галуш алды.
Бүлештеләр. Бәләкәсе,
Матуры миңә ҡалды.

Шатлығым эсемә һыймай,
Алынды инде һушым:
Ҡосаҡлап ҡына йоҡларлыҡ
Матур ялтыр галушым!

Иҫәбем бар галушымды
Һаҡлап ҡына кейергә,
Башҡа галуштар туҙғас та
Ҡупырайып йөрөргә!

Һәр хәлдә дә галушымды
Һаҡларға сара табам:
Йомош-юлға апайҙарҙың
Галушын кейеп сабам!

Иң кесегә эш күберәк,
Йүгертәләр йомошҡа:
“Туҡмас баҫам, бар, тиҙ генә
Алып инсе йомортҡа!”

Ҙур галушты эләктереп
Саптым инде тиҙерәк:
Апай күреп өлгөргәнсе
Килеп етергә кәрәк!

Ҡулдарымда йомортҡалар,
Өйгә табан ынтылдым,
Остом. Һытыҡ йомортҡалар…
Мин үҙем дә һытылдым.

Эй ултырам өзләп илап!
Галуштар аунай йәнәш…
Апайҙар көлә… Әсәйем
Бирҙе ошондай кәңәш:

“Кеше галушын кеймәһәң,
Балам, йығылмаҫ инең,
Йомортҡаларға буялып,
Оятҡа ҡалмаҫ инең.

Киләсәккә аҡыл булһын,
Иҫеңдә ҡалһын ошо:
Теймә кеше өлөшөнә,
Һәр кемдең үҙ галушы!”

Бала саҡтың ваҡиғаһын
Иҫләйем башты эйеп,
Атлайым тормош юлынан
Үҙ галушымды кейеп.

Балаларға мин дә әйтәм
Әсәйемдең һүҙҙәрен:
“Кеймәгеҙ кеше кейемен,
Һөймәгеҙ кеше йәрен.

Бәхетле булаһың килһә,
Иҫеңдә торһон ошо:
Үҙ яҙмышың менән йәшә –
Һәр кемдең үҙ галушы!”
Фирүзә Абдуллина.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: