+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2023, 15:53

Туймазыла балалар бейеү фестивале бара

Туймазы ҡалаһында “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” (“Хоровод дружбы”) ” балалар халыҡ хореографияһы буйынса 1Х асыҡ республика фестивале бара.

Туймазыла балалар бейеү фестивале бара
Туймазыла балалар бейеү фестивале бара

29 марттан Туймазы ҡалаһында “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” (“Хоровод дружбы”) ” балалар халыҡ хореографияһы буйынса 1Х асыҡ республика фестивале бара. Ул ике көн дауамында барасаҡ. Быйыл туғыҙынсы тапҡыр үтә.

Беренсе һайлап алыу этабы онлайн режимында барҙы. Ойоштороу комитеты коллективтарҙан 49 ғариза алды. Был матур сарала Республиканың 27 муниципаль берәмегенән 1232 бала ҡатнаша.

Коллективтар өс йәш категорияһы буйынса ярыша: 8-11, 12-14, 15-17.

Жюри составында Башҡортостандың билдәле сәнғәт әһелдәре  эшләй.

Фестиваль сиктәрендә балалар ялы, бейеү коллективтары етәкселәренә халыҡ бейеүҙәре буйынса семинар-практикум ойошторолған.   

Әлеге мәлдә ҡаланың “Родина” мәҙәниәт һарайында еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр.

Туймазыла балалар бейеү фестивале бара
Туймазыла балалар бейеү фестивале бара
Туймазыла балалар бейеү фестивале бара
Туймазыла балалар бейеү фестивале бара
Туймазыла балалар бейеү фестивале бара
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: