Сәфәремде Учалы ауылының Башҡорт гимназияһынан башланым. Гимназия, яңы ғына асылған стоматология кабинеты һәм бай экспонаттар тупланған музей менән танышып сығыуға, балалар менән тулы тамашалар залы “Аманат”ты сәләмләне. Сәхнә түрен “Аманат”тың логотибы биҙәй!
94 йыл буйы балаларға мәғрифәт таратыусы, тәрбиә һабаҡтары биреүсе, патриотизм темаларын яҡтыртыусы “Аманат” журналы менән яҡындан танышты гимназистар. Балалар яратып уҡыған рубрикалар, журналдың үҙендә һәм интернет төркөмдәрендә барған бихисап конкурстар тураһында белде. Уҡыусылар журналға яҙылырға, уның ижади эшендә, төрлө конкурстарында әүҙем ҡатнашырға, редакция менән хеҙмәттәшлек итергә тигән теләк белдерҙе. “Аманат” менән йыл әйләнәһенә бергә булған, хәбәрләшеп торған уҡыусылар журналдың “Йәш хәбәрсе” исеменә лә лайыҡ була алыуын белде.
Уҡыусылар менән әңгәмә бик йәнле һәм фәһемле барҙы. Әүҙем уҡыусылар “Аманат” журналдары менән бүләкләнде.
Осрашыуҙа Мәғариф бүлеге методисы Зилә Ғизетдин ҡыҙы Шәрәфетдинова ла ҡатнашты.
–Учалы Башҡорт гимназияһында, ғөмүмән районда “Аманат”ты уҡыусылар күберәк булһын. Журналдың һәр һанын дәрестәрҙә фәһемле итеп ҡулланайыҡ. “Аманат” менән бергә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнәйек, ижади шәхестәр булып үҫәйек, – тине Зилә Ғизетдин ҡыҙы уҡыусыларға.
Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ аграр лицейының 5-се синыфы 2023 йылдың 2-се яртыһына “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылған. “Аманат” журналын тотош синыф менән уҡыусы балалар Пионер класында уҡый. Улар мәктәпкә йәм биреп, ҡыҙыл галстукта йөрөй. Бишенселәрҙең мәктәп тормошо ла күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтә. Уҡыусыларҙың барыһы ла йырлай, бейеүгә лә маһир. Бында талантлы, дәртле, уҡыуға ла шәп уҡыусылар уҡый. “Аманат” журналын күңелле концерт номерҙары менән ҡаршы алдылар.
1906 йылда нигеҙ һалынған мәктәптең уҡыу планына 2017 йылда “Ауыл хужалығы нигеҙәре” тигән яңы предмет индерелә. Әлеге көндә уҡыусылар аттестаттан тыш тракторсы-машинист һәм ҡортсо һөнәренә эйә булып сыға. Бына ниндәй уңған балалар уҡый был лицейҙа!
Апрель айында Ҡоштар көнө. Ошо уңайҙан йыл һайын Көнъяҡ Урал ҡурсаулығы менән берлектә “Аманат” журналы төрлө конкурстар ойоштора. Быйыл Ҡоштар көнөнә арнап, уҡыусыларға филворд тәҡдим иткәйнек.
Уральск филиалы Яңы Байрамғол мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы, Әмир Мөхәмәтдинов филвордтың дөрөҫ яуаптарын табып, еңеүсе булды. Әмиргә Көньяҡ Урал ҡурсаулығының махсус бүләген һәм “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһен тапшырҙыҡ.
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе “Аманат”тарға яҡшы таныш. Был мәктәптә “Аманат”тың “Йәш хәбәрсе”һе исеменә лайыҡ булған алдынғы уҡыусыбыҙ, ижади конкурстарыбыҙҙың еңеүсеһе, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашыусы, ҡурайҙа ла, думбырала ла яҡшы уйнаусы, бейеүсе ҡыҙыбыҙ – Сөмбөл Йосопова белем алған.
“Аманат” журналын яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алыусы бөгөнгө уҡыусылар ҙа Сөмбөл апайҙары кеүек үк ижади йәнле, һәр яҡлап та өлгөр балалар күренә. “Аманат” журналын да бөтөн мәктәп менән алдырып уҡырҙар тигән ҙур өмөттәр бағлайбыҙ уларға.
Әлеге мәлдә 2023 йылдың 2-се яртыһына “Аманат” журналына дәррәү яҙылыу бара. Шулай уҡ “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә. Бөтөн синыф менән журналға яҙылыусыларға “Аманат”тың Маҡтау билдәһе, ә синыф етәксеһе–ойоштороусыға Рәхмәт кәлимәһе тапшырыла.
Учалы районы мәктәптәрендәге осрашыуҙы юғары кимәлдә ойошторған Мәғариф бүлеге начальнигы Нүрзидә Сәлимйән ҡыҙы Абдрахмановаға, Мәғариф бүлеге методисы Зилә Ғизетдин ҡыҙы Шәрәфетдиноваға, Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы директоры Альбина Важетдин ҡыҙы Заһиҙуллинаға,Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейы директоры Илнур Ринат улы Ғәйфуллинға, Уральск филиалының Яңы Байрамғол мәктәбе мөдире Линара Малбай ҡыҙы Фәтҡуллинаға, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе директоры Дим Йомабай улы Фәтҡуллинға “Аманат”лы рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Осрашыуҙан фотолар бында: https://vk.com/album-41010454_290749628
“Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова.
“Аманат” журналының сайты: https://amanat.su/
Бәйләнештә (ВКонтакте) https://vk.com/amanatrb