+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2023, 15:57

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!

Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбендә талантлы һәм һәләтле балалар күп. Улар заман менән бергә атлап яңы технологиялар үҙләштерергә, аҡыллы, белемле, илһөйәр булып үҫергә тырыша.

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!

Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбендә талантлы һәм һәләтле балалар күп. Улар заман менән бергә атлап яңы технологиялар үҙләштерергә, аҡыллы, белемле, илһөйәр булып үҫергә тырыша. Әлбиттә, бының өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Шул йәһәттән мәктәп уҡыусылары Башҡортостан республикаһында иғлан ителгән инициатив бюджетлау проектында ҡатнашырға булды. Был проектҡа 14 йәше тулған 8-11 синыф уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды. Улар биш проект тәҡдим итте: “Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы”, “ Саф һауа һәм һыу менән тәьмин итеү”, “Музыкаль студия ”, “Заманса химия кабинеты”, “Заманса информатика кабинеты”.
Был проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине.
Проекттарҙы яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, иғтибар менән, хатта һоҡланып һәм иптәштәребеҙ менән ғорурланып, ҡарап ултырҙыҡ. Сығыштарҙан һуң тауыш биреү үткәрелде.
Һөҙөмтәләр буйынса “Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы” проекты еңеп сыҡты.
Мәктәп кимәлендә проектты ышаныслы яҡлап, еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙға ирешһәк, быйыл республика ҡаҙнаһынан субсидия алып, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр инек.

Айзилә Фазылйәнова, Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбе уҡыусыһы.

 

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: