+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Апрель 2023, 09:10

Назар Нәжми ижадына ғашиҡмын

Донъя матур, бик тә матур! Ошо һоҡланғыс та, мөғжизәле лә донъяла йәшәүемә мин бик шатмын. Төрлө әҙәби китаптар уҡып, донъяның матурлығына, кешегә ғүмер бер генә тапҡыр бирелә икәнлегенә тағы ла ныҡ инандым.

Назар Нәжми ижадына ғашиҡмын
Назар Нәжми ижадына ғашиҡмын

Донъя матур, бик тә матур! Ошо һоҡланғыс та, мөғжизәле лә, ҡай сағында аңғармаҫ ҡаршылыҡтары менән һәр беребеҙгә һынауҙарын ебәргән донъяла йәшәүемә мин бик шатмын. Әсәйемә рәхмәт! Ул миңә ошо яҡты донъяла йәшәүҙе бүләк иткән. Төрлө әҙәби китаптар уҡып, мин донъяның матурлығына, кешегә ғүмер бер генә тапҡыр бирелә икәнлегенә тағы ла ныҡ инандым. Бигерәк тә, яратҡан әҙибем, Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Назар Нәжми шиғырҙарында ошо турала үтә лә хисле итеп яҙылған.
Уның һәр шиғырында ғүмер, йәшәү, тыуған ил, тәбиғәт, батырлыҡ һәм башҡа йәшәйеш хаҡында бәйән ителә.
Минең өсөн әле донъяның асылмаған серҙәре бик күп. Ә мин ошо серҙәргә яуапты, уның китаптарын уҡып, алдан уҡ табып ҡыуанам.
Назар Нәжми - Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ул бик күп ауырлыҡтар күргән, ҡыҙыу нөктәләр аша үткән. Ул ошо турала ла үҙенең әҫәрҙәрендә яҙған. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә ул юғалып ҡалмаған һәм китап уҡыусыларҙы ла ул төрлө мәлдәрҙә ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә саҡыра. Бөйөк әҙиптең әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә ауаздаш булып яңғырай.
Әлеге ваҡытта Украинала барған һуғыш минең күңелемде ныҡ борсой. Илебеҙгә еңеү килһен, тыныслыҡ килһен, яуҙан ағайҙар еңеп, имен-һау ҡайтһын инде.
Башымда әллә ниндәй уйҙар, яуап таба алмаҫлыҡ һорауҙар...
Тап ошо ваҡытта тыуған ауылым яуымбайҙағы ауыл китапханаһына барып, китап алып уҡып, күңелемә рәхәтлек алам, яуап таба алмаған һорауҙарыма яуап табып, йыуанам. Бында китапханасы Разия Искәнйәр ҡыҙы Кинйәкәева миңә Назар Нәжми китаптарын уҡырға тәҡдим иткәйне. Китаптар донъяһына сумып, дөрөҫ яуап табылды. Шағир, яҙыусыларҙың тормошсан шиғырҙары, хикәйәләре, әҫәрҙәре миңә ауыр мәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа һабаҡ бирҙе, ярҙам итте, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе, күңелемде яҡтыртты. Рәхмәт инде Разия апайға!
Әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәтсе, шағир, ғалим булараҡ, Назар Нәжми ижады күңелемә үтеп инде.
Уның "Яҡынайыу" исемле китабын ҡулыма алып, "Минең йондоҙҙарыма" исемле шиғырына күҙ һалдым. Шиғырҙы бер тынала уҡып сыҡҡас, күңелемде йылы хистәр биләп алды, йөҙөмә йылмайыу килде. Был шиғыры аша яратҡан шағирым Назар Нәжми тыуған илебеҙгә, еребеҙгә ҡарата үҙенең сикһеҙ һөйөүен, тоғролоғон белдерә. Һәм минең күңелемде лә ошо ҡайнар хис-тойғолар биләп алды. Ысынлап та илен,телен, ерен өҙөлөп яратҡандар ғына ысын кеше була ала.
Назар Нәжми кеүек тормошто яратып, илебеҙгә һоҡланып бағып, алға ынтылып йәшәү кәрәк. Уның ижады һәр кемде дөрөҫ йәшәргә өндәй.
Дуҫтарыма өндәшкем килә: Назар Нәжми әйткәнсә, дуҫ-татыу, берҙәм, илһөйәр, телһөйәр булайыҡ! Шул ваҡытта ғына шәп кеше булырбыҙ, илебеҙҙе һаҡлай алырбыҙ!

Эльвина Ишбаева, Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбенең 5- се синыф уҡыусыһы,
"Сатҡылар" әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы.
Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: