+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Апрель 2023, 12:42

"Ағиҙел"гә – 100!

“Ағиҙел” журналының юбилей кисәһе үтте. Сарала республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашты.

"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!

Башҡортостан Республикаһының "Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилейы үтте. Сарала республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашты.

Журналдың  күркәм байрамы менән тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев та килде. Ул республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Тантанала журналдың хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. 

Шиғриәт һәм йыр-моң кисәһен йырсылар Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Заһир Иҫәнсурин, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, Нәжип Юлдашбаев, Заһир Байыҡ, Тимур Ямалов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары биҙәне.

 “Шоңҡар”

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
"Ағиҙел"гә – 100!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: