+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Апрель 2023, 11:28

"ХЫЯЛ" ЕҢДЕ

Әбйәлил районы Хәлил мәктәбе  уҡыусылары 7 апрель көнө  балалар үҙҙәре һайлаған һәм төҙөгән биш проект эшен яҡланы. 

ХЫЯЛ ЕҢДЕ
ХЫЯЛ ЕҢДЕ

"ХЫЯЛ" ЕҢДЕ

Республика буйынса иғлан ителгән  “Уҡыусыларҙын инициативаһын проектлау” ярышында Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе  уҡыусылары дәррәү ҡушылды. 7 апрель көнө  уҡыусылар үҙҙәре һайлаған һәм төҙөгән биш проект эштәрен яҡланы.  Башланғыс синыф уҡыусыларына юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү өсөн “Смешарики” проекты, ял итеү зонаһы булдырыу тураһында “Релакс”, ҡышҡы уйындар өсөн төҙөлгән хоккей майҙансығын йәйге осорға үҙгәртеп ҡороу хыялын яҡлап сыҡҡан “Сәләмәтлек” проекты, мәктәп яны участкаһында урынлашҡан “Орхидея” йәшеллек   класы һәм оҫтахана бүлмәһен актовый залға әйләндереүгә йүнәлтелгән  “Хыял “ проекттары тәҡдим ителде.  Һәр проект буйынса эш төркөмдәре етди әҙерләнде: презентациялар төҙөлдө, сығыштар тыңланды. Һәр проект юғары кимәлдә яҡланды.

        Биш төркөм араһынан “Хыял “ проекты енеүсе тип табылды. Уҡыусыларға  башлаған эштәрендә уңыштар, ныҡышмаллыҡ һәм киләсәктә лә ижади енеүҙәр теләйек.

Лилиә ВӘЛИЕВА, Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

ХЫЯЛ ЕҢДЕ
ХЫЯЛ ЕҢДЕ
ХЫЯЛ ЕҢДЕ
ХЫЯЛ ЕҢДЕ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: