+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2023, 15:26

“Апрель” балаларҙы йыйҙы

Республика Халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда “Апрель” Республика балалар вокал сәнғәтенең йомғаҡлау туры үтте.

“Апрель” балаларҙы йыйҙы
“Апрель” балаларҙы йыйҙы

“Апрель” балаларҙы йыйҙы

 

Республика Халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда “Апрель” Республика балалар вокал сәнғәтенең йомғаҡлау туры үтте. Беренсе турға 301 ғариза бирелде. Финалға 120 бала сыҡты.

 

Башҡортостандың Туймазы, Хәйбулла, Асҡын, Күгәрсен, Миәкә, Архангель, Краснокама, Ауырғазы, Өфө райондары, Салауат, Мәләүез, Нефтекама, Благовещен, Бәләбәй, Өфө ҡалаларынан йыйылған конкурсанттарҙы Республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәләмләне.

 

6 йәштән 16 йәшкәсә балалар ҡатнашҡан был конкурс өс категорияла уҙҙы: халыҡ вокалы, эстрада вокалы, академик вокал.

 

Сараның ойоштороусылары Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге.

 

Конкурстың Гран-приһын Бөрө ҡалаһынан Анастасия Кузьмина яуланы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: