+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Май 2023, 10:01

"Аманат" - Көҙән мәктәбендә

Ишембай районының Көҙән мәктәбе уҡыусылары "Аманат" журналы үткәргән конкурстарҙа ҡатнашырға ярата. Яңыраҡ ҡына мәктәптә ҡыҙыҡлы осрашыу булды.

"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә

Ишембай районының Көҙән мәктәбе уҡыусылары мәктәптә төплө белем алыуҙан тыш, төрлө яҡлап үҫешергә ынтылып тора. Мәктәптең үҙендә лә балалар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Уҡыусылар төрлө йүнәлешле түңәрәктәргә йөрөп, һәләттәрен үҫтерә, ярыштарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, мәктәп данын күтәрә.

Һуңғы йылдарҙа популяр булып киткән “онлайн” конкурстарҙан, флешмобтарҙан, акцияларҙан да ситтә ҡалмай беҙҙең уҡыусылар. Шулай уҡ башҡорт телендә сыҡҡан район, республика ваҡытлы матбуғаты иғлан иткән конкурстарҙы ла күҙәтеп баралар һәм мөмкин тиклем ҡатнашырға тырышалар. Был йәһәттән “Аманат”, “Аҡбуҙат” республика балалар журналдары, районыбыҙҙың “Торатау” гәзите айырылып тора. Уҡыусыларыбыҙҙың рәсемдәре, фотоһүрәттәре, мәҡәләләре был баҫма биттәрендә, сайттарында, “Бәйләнештә” төркөмдәрендә йыш баҫыла.

Яңыраҡ ҡына, изге Рамаҙан айы хөрмәтенә “Аманат” журналы иғлан иткән “Иман” конкурсында мәктәбебеҙҙән 4 уҡыусы ҡатнашып, иҫтәлекле бүләк һәм редакцияның Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды. Иман юлында булып, балаларында ла иманға һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең өлөшө ҙур.

“Аманат” журналының бүләктәрен тапшырырға редакцияның яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова үҙе килерен белгәс, журнал тарафынан ойошторолған конкурстарҙың ни тиклем әһәмиәткә эйә икәненә уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа инанды, тиһәм һис тә яҙыҡ булмаҫ. Хөрмәтле ҡунаҡты Ишембай мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева оҙатып килде. Бүләкләү тантанаһы көтөлмәгән байрамдай           үтте. Ҡунаҡтар бай тарихлы “Аманат” биттәренә байҡау яһаны, төрлө конкурстар хаҡында һөйләне. Ураҙа байрамы уңайынан, изге Рамаҙан айында иғлан ителгән "Иман" конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙға Рәхмәт кәлимәләре тапшырҙылар. Конкурс еңеүселәре шулай уҡ "Минең гүзәл динем" китабын алып һөйөндөләр. Байрам һуңында ҡунаҡтар менән бергәләп, иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Киләсәктә "Аманат" журналы менән бәйләнеште өҙмәҫкә, синыф менән баҫмаға яҙылырға, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе уҡыусылар.

Осрашыу һуңында ҡунаҡтарҙы бай экспонатлы мәктәп музейына һәм Вәлидовтарҙың йорто нигеҙендә төҙөлгән Әхмәтзәки Вәлиди музейына сәйәхәт ҡылырға саҡырҙыҡ.

 

Гөлдәр Ишморат ҡыҙы Камалова,

Ишембай районы Көҙән мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.

"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
"Аманат" - Көҙән мәктәбендә
Автор:
Читайте нас: