+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Май 2023, 14:47

Ете йәшлек Реана Кинйәбулатова Премьер-министр менән шахмат уйнай

Өфөнән ете йәшлек Реана Кинйәбулатова - уҡыусылар араһында шахмат буйынса донъя чемпионатында көмөш призер, “Толпар” клубының һәләтле уҡыусыһы.

Ете йәшлек Реана Кинйәбулатова Премьер-министр менән шахмат уйнай
Ете йәшлек Реана Кинйәбулатова Премьер-министр менән шахмат уйнай

Ете йәшлек Реана Кинйәбулатова Башҡортостан Премьер-министры менән шахмат уйнаны

“Әйткәндәй, был спорт төрө менән бөтөн ғаиләбеҙ мауыға. Ейәнсәрем дә ышаныслы уйнай,” – тине Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров.

 

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Өфөнөң “Толпар” шахмат мәктәбендә булды һәм беренсе синыф уҡыусыһы-чемпион менән уйнаны. Ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә шахматҡа булған күптәнге һөйөүе хаҡында һөйләне.

“Күп йылдар шахмат уйнайым. Һындар менән таҡта уйҙарҙы тәртипкә килтерә һәм иғтибарҙы тупларға ярҙам итә. Шахмат менән профессиональ шөғөлләнгән бөйөк урыҫ композиторы Сергей Прокофьев был уйынды “Музыка фекере” тип атаған. Әйткәндәй, был спорт төрө менән бөтөн ғаиләбеҙ мауыға. Ейәнсәрем дә ышаныслы уйнай.

 

Видеола Өфөнән ете йәшлек Реана Кинйәбулатова - уҡыусылар араһында шахмат буйынса донъя чемпионатында көмөш призер, “Толпар” клубының һәләтле уҡыусыһы”, - тип яҙҙы ул.

 

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-29/premier-ministr-bashkirii-sygral-v-shahmaty-s-semiletney-chempionkoy-3239733

Ете йәшлек Реана Кинйәбулатова Премьер-министры менән шахмат уйнай
Ете йәшлек Реана Кинйәбулатова Премьер-министры менән шахмат уйнай
Автор:
Читайте нас: