+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2023, 10:23

“Китап байрамы”нда ҡунаҡ булдым

Былбайрамда “Аманат” менән “Йәншишмә” балалар өсөн шашка ярыштары ойошторғайны. Миңә чемпион Илдар Ғиләжев менән алышырға тура килде.

“Китап байрамы”нда ҡунаҡ булдым
“Китап байрамы”нда ҡунаҡ булдым

Хәҙерге компьютерлаштырылған заманда балалар китап уҡымай. Китап уҡыусылар әҙәйгәндән- әҙәйә бара. Ысынлап та шулаймы был?
Минең олатайым - яҙыусы. Шуға ла ул күп уҡыйҙыр тип уйлайым. Өләсәйем - уҡытыусы. Уны китапһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Төндәрен йоҡлай алмаған сағында таң атҡансы китап уҡый. Әҙ генә буш ваҡыты булһа, ҡулына китап ала.
Ә беҙҙең тиңдәштәребеҙ һуң? Уларҙың барыһы ла уҡый тип әйтә алмайым, сөнки күпселек интернет киңлектәрендә йөҙә.
Бына шундай ваҡытта Өфөбөҙҙә Китап байрамы үткәреү, минеңсә, бик урынлы һәм ваҡытлы булды. Мине был байрамға яратҡан журналым"Аманат", "Йәншишмә" гәзите менән берлектә ҡунаҡ итеп саҡырғайны. Бик ҡәнәғәт булып, шатланып йөрөп ҡайттым. Өләсәйем дә килгәйне. Уның ҡыуанысының сиге булманы.Китаптар илендә рәхәтләнеп "йөҙҙөк" .
“Аманат” менән “Йәншишмә” балалар өсөн шашка ярыштары ойошторғайны. Миңә чемпион Илдар Ғиләжев менән алышырға тура килде. Әйтергә кәрәк, ул мине:"Һәйбәт уйнайһың, "— тип маҡтаны. Мин унан автограф та алдым, миңә бәләкәй генә приз да эләкте. Шундай интеллектуаль тамаша-уйын бүләк иткән баҫмкаларыбыҙға рәхмәт!
Байрам бик ҙур урынды биләй ине, бар ерҙе лә ҡарап өлгөрә алманыҡ. Сөнки төрлө урында төрлө тамаша бара: бер урында яңы ҡәләм тирбәтеүселәр конкурсына йомғаҡ яһап, концерт барһа, икенсе ерҙә һәүәҫкәр йырсылар сығыш яһай, өсөнсө урында элекке аппараттарҙан кино күрһәтәләр.

...Рәсүл Ғамзатов... Был исем миңә "Торналар" йыры аша таныш ине, әммә тулыраҡ мәғлүмәтте өләсәйем бирҙе. Ҡасандыр бер ваҡыт ул Мостай Кәримдең юбилей кисәһендә уны тәү тапҡыр күргән. Мөһабәт, юморға бай Ғамзатов өләсәйем күңеленә ныҡ тәьҫир итә. Ул уның әҫәрҙәре, биографияһы менән таныша. Бөйөк шағирыбыҙ М. Кәримдең Р. Ғамзатов һәм Ҡ. Кулиевтың дуҫлығына һоҡлана. Бигерәк тә "Торналар" йырының яҙылыу тарихы уны тетрәндерә. Шуға ла ул был йырҙы яратып тыңлай. Өләсәйем ошоларҙы һөйләгәс, миндә лә шағирға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. "Р. Ғамзатов тураһында һүҙ" конкурсы иғлан ителеү менән , үҙемдең бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Һәм бына мин бүләкләү тантанаһына саҡырыу алдым.
Китап байрамы... Бик күп тәьҫораттарға бай булды был байрам.Ә шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны байрамдың һуңғы көнөндәге Р. Ғамзатовҡа арналған конкурсты йомғаҡлау булды.
47 ҡатнашыусы араһынан 20 уҡыусы икенсе турға үткәйнек. Ғүмерҙә сәхнәгә сыҡмаған кеше кеүек (ә бит мин 6 йәшемдән сәхнәлә) ҡаушаным, һөйләр һүҙҙәрем әллә ҡайҙа осто. Сығыуын сыҡҡас, тик тороп булмай бит инде: яҙып алып барғанымды уҡыным, ҡаушауымдан тасуирилыҡты ла оноттом.
20 уҡыусының 12-нә Дағстанға путевка бүләк иттеләр, ә беҙҙең барыбыҙға ла еңеүсе дипломы менән иҫтәлеккә Дағстан тураһындағы буклет һәм әҙәби китап тапшырҙылар.
Беҙҙе ҡотлап концерт номерҙары ла бүләк иттеләр.Һуңынан жюри ағзалары һәм Дағстандан килгән ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.
...Байрамдан алған тәьҫораттарҙы һөйләп тә, яҙып та бөтөп булмай.
Иң иҫтә ҡалғаны - әҙәбиәт музейында гимназиябыҙҙың исемен йөрөткән бөйөк шағирыбыҙҙың шәхси яҙмаларын, әйберҙәрен күреү булғандыр.
Байрам өс көн дауам итте. Байрамдың һуңғы көнөнә, мине З. Вәлиди исемендәге китапхана ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уныһы айырым тема.Ул турала икенсе мәҡәләмдә яҙырмын.
Ләйлә Нөғәмәнова,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе.

 

 

“Китап байрамы”нда ҡунаҡ булдым
“Китап байрамы”нда ҡунаҡ булдым
“Китап байрамы”нда ҡунаҡ булдым
Автор:
Читайте нас: